

Был - мәктәптең икенсе корпусы, беренсеһе - Рәсәй урамында.
Яңы белем усағында уҡытыу төрлө йүнәлештәрҙә ойоштороласаҡ: биоинженерия, кадет, мәғлүмәт технологиялары, кадет, спорт, бизнес синыфтары асылыуы көтөлә.
Уҡытыу юғары уҡыу йорттары, медицина колледжы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыласаҡ. Спорт синыфтары, әлбиттә, Көрәш һарайы һәм спорт мәктәптәре менән бергә эшләйәсәк. Кадеттар иһә хәрби эш, бал бейеүҙәре, хәрби тарих түңәрәктәренә, грек-рим көрәше секцияһына йөрөйәсәк.
"Заманса мәктәптәр нәҡ шундай, яҡшы йыһазландырылған, матур, иркен, белем биреүгә яңыса ҡарашлы булырға тейеш, тип уйлайым. Шуға ынтыласаҡбыҙ", - ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: vk.ru