+18 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
4 Сентября , 09:23

Яһалма ззиһенде өйрәнеү кәрәк

Республикабыҙ уҡыусылары быйылғы уҡыу йылында Яндекс Лицейҙа өс яңы бушлай программа буйынса уҡый ала.

Яһалма ззиһенде өйрәнеү кәрәкЯһалма ззиһенде өйрәнеү кәрәк
Яһалма ззиһенде өйрәнеү кәрәк


Республика Башҡортостандың мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары 2026/27 уҡыу йылында «Яндекс Лицей»ҙың өс яңы программаһы буйынса яһалма зиһен нигеҙҙәрен, ЯЗ-агенттар эшләүҙе һәм уларҙы робототехникала ҡулланыуҙы өйрәнә ала. Бынан тыш, яһалма интеллектҡа бәйле темалар Лицейҙың ғәмәлдәге курстарына ла индерелә: уҡыусылар мәсьәләләр сисеү, код яҙыу һәм проекттар төҙөү өсөн нейросеттәрҙе ҡулланырға өйрәнәсәк.

1. Яһалма интеллектҡа инеш.

Был курс яңы ғына программалауға тотонған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Уҡыу ваҡыты — өс ай. Курс барышында ҡатнашыусылар:

 тел моделдәренең эш принциптары менән таныша;
Python теленең төп ҡоралдарын, шул иҫәптән Pandas китапханаһын үҙләштерә;
машиналы өйрәнеү һәм текст эшкәртеү буйынса мәсьәләләрҙе сисеп ҡарай.

Был программаға «Яндекс Лицей» майҙансығы булған 150 ҡаланың теләһә ҡайһыһында уҡырға мөмкин.

2. Робототехникала яһалма зиһен.

Был курс илдең 30 төбәгендә 50-нән ашыу майҙансыҡта асыла. Бер йыл уҡырға.

Ҡатнашыусылар роботҡа:

рус телендәге командаларҙы аңларға;
таныш булмаған бүлмәнең картаһын төҙөргә;
әйберҙәрҙе эҙләргә, танырға һәм уларға үҙаллы хәрәкәт итергә өйрәтәсәк.

Шулай уҡ улар камералар һәм лидарҙар менән эшләй, компьютерҙың күреү һәләтен, нейроселтәр ярҙамында объекттарҙы асыҡлау моделдәрен, шулай уҡ телде таныу һәм телде синтезлау технологияларын үҙләштерә.

Башҡортостанда был курс буйынса Өфөләге Республика инженер лицей-интернатында уҡырға мөмкин.

3. ЯЗ-агенттар эшләү.

Был — онлайн-курс, ул Python телендә ныҡлы программалау күнекмәһе булғандар өсөн тәғәйенләнгән. Өс ай уҡырға.

Курста ЯЗ-системалар төҙөү принциптары өйрәнелә; агенттарҙың эске ҡоролошо, уларҙың хәтер, тышҡы мәғлүмәт сығанаҡтары һәм ҡоралдар менән үҙ-ара бәйләнеше аңлатыла.

Курсты тамамлағандан һуң ҡатнашыусылар үҙ агенттарын төҙөй, шунан команда проекты әҙерләп, уны Яндекс белгестәре алдында яҡлай.
 Яндекс Лицей етәксеһе Александр Паволоцкий билдәләүенсә, хәҙерге эш биреүселәр ЯЗ-де ҡуллана белгән белгестәрҙе көтә, шуға курстар фундаменталь белемде заманса практика менән берләштерә.

Башҡортостанда уҡыу майҙансыҡтары:
"Робототехникала ЯЗ":

Өфө — Республика инженер лицей-интернаты.

Python программалары (ғәмәлдәге курстар):

Өфө —  «Супермалыш» үҙәге;
 Өфө — Республика инженер лицей-интернаты;
 Өфө — БРГИ № 1;
 Өфө — ӨДНТУ;
Стәрлетамаҡ — Өфө университеты филиалы;
Октябрьский — МБУ ДО «ДДиЮТ».

«Яһалма зиһенгә инеш»:

Өфө — Республика инженер лицей-интернаты;
Октябрьский — Балалар технопаркы.

Әле ғаризалар ҡабул ителә: https://lyceum.yandex.ru 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас