

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов белдереүенсә, идара итеүсенең тәүге аҙымдары үҫмер саҡтан, уҡыусылар башҡа кешеләр өсөн яуаплылыҡ тойғоһон таныуҙан башлана. Нәҡ мәктәп йәшендә донъяға ҡараш һалына, характер формалаша.
Программаға VII-VIII синыфтарҙы йәлеп итергә уйлайҙар. Күберәк практик дәрестәр буласаҡ: эшлекле уйындар, дебаттар, лидерлыҡ буйынса тренингтар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар...
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт интернат-гимназияһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, 88-се мәктәп менән килешеүҙәр төҙөнө. Белем усаҡтарына студенттар араһынан остаздар ҙа билдәләнәсәк. Бына бит, уларға ла һәйбәт тәжрибә буласаҡ.
"Был йүнәлешле синыфтарҙа белем алыусылар киләсәктә дәүләт хеҙмәтен һайламаған осраҡта ла алған белемдәре уларға киң ҡарашлы шәхес булып үҫергә, тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙам итәсәк", - тигән фекерҙә академия етәксеһе Азат Бадранов.
Фото: vk.ru.