

15 сентябрҙә "Торатау" конгресс-холында форумды асыу тантанаһы уҙҙы. Унда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу департаменты начальнигы Дмитрий Соловьёв, «Рәсәй балалар-үҫмерҙәр үҙәге» директоры урынбаҫары Ольга Марченко, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Пленар ултырышта "Бала саҡ навигаторҙары" проекты буйынса башҡарылған эштәр, тәрбиә мәсьәләһендә «Рәсәй балалар-үҫмерҙәр үҙәге» ойошмаһының әһәмиәте тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды.
Форумға Рәсәйҙән һәм Абхазиянан 800-гә яҡын делегат килгән. Дәртле, күҙҙәренән осҡондар сәсрәп торған, үҙҙәре лә балалар кеүек ихлас педагогтар. 2022 йылда Рәсәйҙең бөтә белем усаҡтарында тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе вазифаһы булдырылғайны. Был эште алып барыусылар уҡыусыларҙың яҡын дуҫына әйләнде, тиһәк, хата булмаҫ.
"Тәрбиәнең яңы философияһы" форумынан һәр кем үҙенә файҙалы мәғлүмәт, яңылыҡтар, дәрт-дарман алып ҡайтыр.
Фото: vkuserphoto.