+11 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
21 Октября , 06:23

Тәртипте баһалау ҡағиҙәләре ниндәй?

Рәсәй мәғариф министрлығы уҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу ҡағиҙәләрен булдырған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәртипте баһалау ҡағиҙәләре ниндәй?Тәртипте баһалау ҡағиҙәләре ниндәй?
Тәртипте баһалау ҡағиҙәләре ниндәй?

Белеүегеҙсә, 1 сентябрҙән II - VIII синыф уҡыусыларының тәртибенә баһа ҡуйыла башланы. Тәжрибә  өсөн һәр төбәктән унар белем усағы һайлап алынған. Баһаны синыф етәксеһе сирек йәки триместр һәм уҡыу йылы аҙағында ҡуясаҡ. Ул үҙенең күҙәтеүҙәренән тыш башҡа педагогтарҙың фекерен дә иҫәпкә алырға тейеш. 

Тәртипкә баһа ҡуйыу өс кимәлдә була: "өлгөлө", "рөхсәт ителгән", "рөхсәт ителмәгән". Бында уҡыусыларҙың тәртибе, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашыу ҡағиҙәләрен нисек үтәүҙәре, хоҡуҡи тәртиптәре иҫәпкә алына. 

Был баһа аттестатҡа, дәүләт имтихандарына үтеүгә йоғонто яһамаясаҡ, тиҙәр.

Фото: irorb.ru. 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас