

Уҡыусылар физика, математика, информатика фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнәсәк. Был синыфты асыу тантанаһында Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов та ҡатнашҡан.
Кабинет тейешле заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Проект "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған.
Әйткәндәй, ошо йыл аҙағына тиклем республикабыҙҙа ошондай 10 синыф асыласаҡ.
Фото: vk.ru/mcxrb.