Минең ҡартатайым Исмәғизәм Йыһанур улы Дәүләтшин 1903 йылда Байназар ауылында донъяға килә. Бала сағынан уҡ тырыш, сәмсел, эшһөйәр ир-егет була. 1941 йылда һуғыштың тәүге көндәренән үк яуға китә. Ҡатыны Сәбилә өс бала менән тороп ҡала. Ул саҡта оло ҡыҙы Мәрйенбикәгә – 17, Зәйнәғәбдингә – 13, Ынйыбикәгә 10 йәш була.
Һуғыш тәжрибәһе булмаған егеттәр тәүҙә Ғафури районында хәрби әҙерлек үтә. Унда ике айға яҡын торалар. Бер хатында яҡын-тирәләге райондарҙан атайҙарын килеп күреүселәр тураһында яҙғас, улы Зәйнәғәбдин дә шунда юл тота. Йәйәүләп әллә нисә сабата туҙҙырып барып, атаһы менән күрешеп ҡайта. Улар төнө буйы һөйләшеп сыға. Иртәгеһен ҡартатайым командирҙан рөхсәт һорап, улын күрше ауылға тиклем оҙатып ҡуя.