+2 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
19 Май 2018, 15:30
Тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәйек!
Балалар моделле китапханаһында үткән «Беҙҙең бала саҡты һуғыш урланы» тигән осрашыу кисәһенә хеҙмәт ветераны Бибинур Шәйхислам ҡыҙы Әбүбәкированы саҡырғайныҡ. Ул бала саҡ хәтирәләренә бирелеп, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе һөйләне, таҡмаҡтар әйтеп, йәшлек йылдарын иҫкә алды. Етемлектең әсе һурпаһын татыған инәй Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған атаһының берҙән-бер иҫтәлеге – фотоһүрәтен ҡәҙерләп һаҡлай. Ул уҡыусыларҙы китап уҡырға, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәне.

Артабан кисәне 9-сы лицейҙың VIII «А» синыфы уҡыусылары дауам итте. «Балаларға һуғыш тураһында китап уҡыйбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, Айһылыу Аҡҡужина, Элина Ергизова үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Лиана Алтынбаева, Динә Байбурина, Гөлназ Иҫәнғолова, Алина Мөсәлимова, Лиана Хафизова, Миләүшә Шахморатова, Салауат Манаповтар яугир шағирҙар – Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Сергей Михалков, Ольга Берггольц, Александр Твардовскийҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Данияр Баянов мандолинала һуғыш осоро көйҙәрен уйнаны.
Уҡыу залында балаларҙы Еңеү байрамына арналған «Еңеү яҙы һәр йөрәктә» исемле китап күргәҙмәһе көтә ине. «Хәтер. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемлеге», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы. Улар Еңеү менән ҡайтты», «Тыл геройҙары. «1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе хеҙмәткәрҙәр исемлеге» китаптары менән таныштылар.
Һуғыш йылдары алыҫлаша барған һайын киләсәк быуынға еткерер хәтирәләр, иҫтәлектәр оло быуын кешеләренән һөйләтелеп, яҙылып ҡалһа ине. Балалар тыныс тормошҡа ҡыуанып үҫһендәр.
Земфира ӘБҮБӘКЕРОВА, библиограф.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...