-5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
21 Июнь 2018, 19:51
Ике ҡартатайым да һуғышта ҡатнашҡан
Был фотоһүрәттә минең ике ҡартатайымды күрәһегеҙ: береһе Сәлихйән Заһиҙулла улы Игебаев әсәйем яғынан булһа, икенсеһе – Ниғәмәт Әхмәт улы Моталов – атайым яғынан. Улар – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙар.
Был фотоһүрәттә минең ике ҡартатайымды күрәһегеҙ: береһе Сәлихйән Заһиҙулла улы Игебаев әсәйем яғынан булһа, икенсеһе – Ниғәмәт Әхмәт улы Моталов – атайым яғынан. Улар – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙар.
Был фото ғаиләбеҙ өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы булып тора. Ҡартатайҙарым Геленджик ҡалаһында ял иткәндә, 1965 йылда, төшкән. Ул ваҡытта туғанлашыу тураһында уйҙарында ла булмаған.
Ниғәмәт олатайым 1920 йылдың март айында тыуған. Етенсе синыфты тамамлағас, колхозда төрлө эштә йөрөй. Аҙаҡ әрме сафына алына, шунан япон самурайҙарына ҡаршы көрәшә. Һуғыштан һуң да хеҙмәт итеүен дауам итеп, 1947 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ауыл хужалығын күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Оҙаҡ йылдар комбайнсы, тракторсы булып эшләй. Ғәйникамал өләсәйем менән 4 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡартатайым 1976 йылдың сентябрь айында вафат була.
Сәлихйән ҡартатайым 1901 йылда Йәнтеш ауылында донъяға килә. Ул – ауылыбыҙҙың тәүге уҡытыусыларының береһе. Немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм башлағас та фронтҡа китә. Сталинград һуғышында 45-се артиллерия батальонының телефонсыһы булып хеҙмәт итә. 1946 йылда күкрәге тулы орден-миҙалдар менән тыуған яғына ҡайтып төшә.
Һуғыштан һуң уҡытыусы эшен дауам итә. Өләсәйем Нәфисә менән күп балаға ғүмер бирһәләр ҙә, икәүһе генә тере ҡала: Фәнүзә өләсәйем һәм Роза инәйем. Һуғыштан ауыр яра алып ҡайтһа ла, ҡартатайым оҙон ғүмер кисерә: 90 йәшендә вафат була.
Бына ошондай ҡартатайҙарҙың ейәне булыуым менән ғорурланам. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙҙә уларҙың өлөшө ҙур: күп һанлы совет һалдаттары менән бергә яу юлын үтеп, еңеү яулағандар. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙың тормош юлын өйрәнеп, белеп үҫергә тейешбеҙ.
Илхан Арыҫланов, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат- гимназия.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...