+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
11 Апрель 2019, 14:14

«Үлемһеҙ полк» бөтә район-ҡалаларҙа уҙасаҡ

9 Майҙа республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойоштороласаҡ.

Быйыл да ул бер үк ваҡытта — иртәнге сәғәт 11-ҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана. Акция Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм «Спутник ФМ» радиостанцияһында тура эфирҙа алып барыласаҡ.

Колонна Октябрь проспекты менән Шафиев урамы киҫелешендә теҙелә башлай. Ул «Галле округы» туҡталышына тиклем һуҙыла. Ак-ция «Дан бульвары» туҡталышында тамамлана. Өфөлә «Үлемһеҙ полк» алдынан, былтырғы кеүек үк, өсмөйөш булып теҙелеп, аҡ кос-тюм кейгән балалар бара. Уларҙың артынан Еңеү байрағы күсермәһен һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағын тотҡан төркөм эйәрә. Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, Өфө мэры Өлфәт Мостафинға һәм республиканың хәрби комиссары Игорь Харченкоға төркөмдө етәкләргә тәҡдим ителгән. Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының һәм Дан ордены кавалерҙарының туғандары уларҙың эргәһенән барасаҡ.
Читайте нас: