+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
18 Февраль 2020, 14:05

"Һалдатҡа хат" акцияһы

Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Һалдатҡа хат" акцияһы ойошторҙо.

Был изге эштән Сибай интернат-гимназияһы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Ҡыҙҙар үҙҙәренең белем усағын тамамлап, әлеге көндә хәрби йүнәлешле уҡыу йорттарында белем алыусы курсанттарға хат яҙҙы. Гүзәл заттар иң изге теләктәрен аҡ ҡағыҙға күсерҙе. Һис шикһеҙ, ихлас яҙылған һүҙҙәр егеттәрҙең күңелен үҫтереп, дәрт өҫтәр әле. Иң мөһиме, иҫән-һау булһындар!
Читайте нас: