+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
15 Апрель 2021, 11:52

«Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» акцияһы башланды!

«Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн теркәлеү асылды. Был сара Бөйөк Еңеү көнөнә арнала.

Быйыл акция офлайн һәм онлайн форматтарҙа үтәсәк. Ҡатнашыу өсөн ошондай варианттар тәҡдим ителә: балалар аудиторияһында йәнле уҡыу, видеоконференциялар үткәреү өсөн майҙансыҡтарҙа дистанцион уҡыу, уҡыу видеояҙмаһы, социаль селтәрҙәрҙә уҡыуҙың тура трансляцияһы. Улар тураһында мәғлүмәтте #АкцияЧитаемДетямоВойне2021 хэштегы менән ҡуйырға кәрәк.
Акцияға ярашлы, 5-тән 14 йәшкә тиклемге балаларға Бөйөк Ватан һуғышының иң сағыу ваҡиғалары, совет кешеләренең дошман менән көрәшкәндә геройҙарса батырлыҡтары хаҡында иң яҡшы әҫәрҙәр ҡысҡырып уҡыла.
«Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» халыҡ-ара акцияһының проекты 2010 йылдан Һамар өлкәһе балалар китапханаһы тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://rcntrb.com/ru/news/5761-priem-zayavok-na-ucha.. алырға мөмкин.
Читайте нас: