+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
20 Июнь 2021, 10:48

2 мең 700 яугирҙың исеме асыҡланған

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында иҫтәлекле сара – «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» белешмәһенең исем туйы булды.

Байрамдың Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ерендә үтеүе бигерәк тә тулҡынландырғыс ине. Халыҡ тәүҙә батырыбыҙ һәйкәле урынлашҡан паркта йыйылды. Унда тантаналы митинг булды, сәскәләр һалынды.

– 2019 йылда «Шайморатов вариҫтары» тигән халыҡ проекты иғлан ителгәйне. Тарихсылар, архив хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән 2 мең 700 яугир­ҙың исемен асыҡланыҡ. Электрон база булдырҙыҡ. Һуңынан республика Башлығы грантына белешмәнең баҫма вариантын да сығарҙыҡ. Бындай проекттың Рәсәйҙә булғаны юҡ. Эш барышында бик күп хаттар, фотолар алдыҡ, – тине үҙенең сығышында ошо ҙур, матур эште башлаусы һәм ойоштороу­сы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин.

Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Китаптың исем туйына яугирҙарҙың балалары, ейәндәре лә килгәйне. Шулай уҡ республиканың баш­ҡа район һәм ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов проектты тормош­ҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткәндәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ауылдағы музейға Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған ерҙән алып ҡайтылған бер ус тупраҡ һалынған тубус тапшырылды.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһындағы белешмәнең интернетта ла, ҡағыҙ вариантта ла булыуы һөйөндөрә. Белеп ҡуйығыҙ: 112bkd.ru сайтына инеп, һәр берегеҙ уларҙың биографияһы, тарихи документтар менән таныша, фотоларын ҡарай алаһығыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: