-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
30 Октябрь 2021, 10:05

"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"

Ҡанлы, шанлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫая барһа ла, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.

"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"
"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"

Ә беҙҙең легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугир­ҙарының тиңһеҙ батырлыҡтарын да хәтеребеҙҙән юйырға хаҡыбыҙ юҡ.

Яңы Аҡтанышбаш ауылында был дивизияның байрағы күсермәһен тапшырыу тантанаһы ла ошо төбәк ҡаһармандарының исемдәрен мәңгеләштереүгә арнал­ған тарихи бер ваҡиға булды. Уның бында үткәрелеүе һис тә осраҡлы түгел ине. Был ауылдан биш кеше данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сос­тавында һуғышҡан. Хәнәфи Нур­ғәлиев хөрмәтенә мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уҙған йылдан алып белем усағы уның исемен дә йөрөтә башлаған. Ә мәҙәниәт йортона дивизия байраҡсыһы Әхмәтхужа Әхмәҙуллиндың исеме бирелгән.
Әлеге тантана уларҙы хәтерләп, мемориаль таҡтаташтарына һәм обелискка сәскә һалыуҙан башланып китте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Краснокама районы хакимиәте ойошторған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, башҡорт теле, тарих уҡытыусылары, музейҙарҙың ғил­ми хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, ветерандар советы вәкилдәре йыйылғайны.
Шунан инде байрам Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында ҡуйылған «Һуғыш ауазы» күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмай, Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдарын хәтергә төшөрҙө.
Мәҙәниәт йортона дивизия байрағы күсермәһе тантаналы рәүештә тапшырылғас, Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин был сараның республика кимәлендәге ҙур байрам итеп үткәрелеүенә ҡыуанысын белдереп, киләсәктә лә был йүнәлештә эштең дауам ителәсәген еткерҙе.
– Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Яңы Аҡтанышбаш ауылынан ғына биш кеше ҡатнашҡан. Был ошо ерлектең бай тарихы хаҡында ғына түгел, бында йәшәүсе халыҡтың рухы тураһында һөйләй. Билдәле шәхестәрегеҙҙең исемен район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә күтәреүегеҙ һоҡландыра, – тип ҡыуанысын йәшермәне Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова башҡорт атлылары исемен күтәреүҙә Гәрәй ырыуы баш­ҡорто Радик Бәхтиев һәм уның әсәһе Людмила апай­ҙың да өлөштәре ҙур булыуын билдәләне. Был эште атҡарыуҙа ярҙам күрһәткән баш­ҡалар ҙа аталып, уларға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.
– Был ауылдан 600 кеше һуғышҡа киткән. Әле унда 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ысынлап та, рухлы, ҡаһармандар йәшәгән ауыл ул. Шуның өсөн уларҙың яҡты хәтерен һаҡлап, исемдәрен балаларға еткереүҙе үҙебеҙҙең маҡсат итеп ҡуяйыҡ, бурысыбыҙ, тип һанайыҡ.
2021 йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Ошо уңайҙан күренекле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барабыҙ. Бөгөнгө 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен тапшырыу тантанаһы ла – шуларҙың береһе, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы сығышында.
Матур байрамда тарихсылар ҙа үҙ һүҙҙәрен әйтте. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ауылдың ике ҡаһарман батырына арнап йөрәктәрҙе тетрәндерерлек итеп «Хәтер» тигән шиғырын яҙған:
«Шайморатов ғәскәренән улар –
Нурғәлиев, иптәш капитан!
Һин ант иткән инең милләтеңә,
Һин фатиха алдың халыҡтан!
Шәһит киткәндәрҙең рухы бөгөн
Оло шатлыҡ аша илата.
Изге йола батыр ҡайтҡан саҡта
Батырыңды ҙурлап йыр атау.
Әхмәтхужа батыр, исемеңде
Һәр алышта яҙҙың тарихҡа.
Тоғролоғоң һинең – ошо ерҙән,
Ә дәрәжәң – рухлы халыҡтан.
Һеҙҙең ғәскәр сафта мәңге ҡалыр,
Атакаға барыр ул тағын.
Гел юғары тота белһен милләт
Илебеҙҙең ҡанлы байрағын,
Батырҙары тотҡан байрағын!» –
тигән юлдарҙы тыңлағас, күҙҙәргә йәштәр эркелә. Лариса Хашим ҡыҙы ошо шиғырын һөйләгән ваҡытта мәҙәниәт йортоноң тамаша залына уйламағанда бер күгәрсен осоп килеп инмәһенме! Барыһы ла «аһ» итеп, батырҙың йәне шатланып килгәндер, тип юраны.
Сараны Краснокама районының үҙешмәкәр коллективтары һәм Нефтекама ҡала филармонияһы артистарының сығыштары ла йәмләне. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та рухлы көй моңдары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Был көндө ҡаһарман батырҙар Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев хаҡында бик күп мәғлүмәт тә алдыҡ.
«Дивизияла уны белмәгән һалдат йәки командир булдымы икән? Әхмәтхужа Әхмәҙуллиндың исеме дивизияның йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте. Быны Әхмәтхужа ҡыйыулығы һәм сыҙамлылығы менән яуланы. Беҙҙең дивизияға килгәнсе үк уның күкрәгендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены бар ине. Батырҙың тормош юлы һәм хәрби биографияһы ентекле өйрәнеүгә лайыҡ, уны тыуған ауылы халҡы ғына түгел, бөтә Башҡортостан белергә тейеш.
Әхмәтхужа Әхмәҙуллин фронтҡа үҙ теләге менән китә. Уны Шайморатов дивизияһына ебәрәләр. Олым йылғаһы буйҙарында барған тәүге алышта уҡ Әхмәтхужа батырлыҡ күрһәтә. Үҙенең «Максим» пулемёты менән 29 дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Командир­ҙары ҡамауҙа ҡалғанда ике тапҡыр иптәштәрен һөжүмгә күтәрә. Һөҙөмтәлә, 50-гә яҡын гитлерсы юҡ ителә. Ҡыйыу­лығы һәм тәүәккәллеге өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ала.
Өлкән сержант Әхмәҙуллин үҙен ысын патриот итеп күрһәтә. Дивизия Донбас­та тәрән рейдта булғанда ул дивизияның байраҡсыһы итеп тәғәйенләнә. Иң ауыр, хәүефле ваҡытта байраҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Иң киҫкен минуттарҙа ла байраҡсы Әхмәҙуллин иң алда булып, яугирҙарҙы: «Алға, иптәштәр! Тыуған ил, туғандар, балалар өсөн алға!» – тип дәртләндерә», – тип яҙған Әхмәтхужа Әхмәҙуллин хаҡында дивизияның сәйәси бүлеге етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадиров.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың батыр улына Еңеү көнөн күреү бәхете тәтемәй, генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә был алышта һәләк була. Ул Луганск өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Ә ҡаһарман башҡорт офицеры, капитан Хәнәфи Нурғәлиев хаҡында «Халыҡ хәтере» сайтында мәғлүмәт бар. Ул Таһир Күсимов етәкләгән 275-се кавалерия полкының штаб етәксеһе була. 1942 йылдың ноябрендә, командиры Таһир Күсимов ҡаты яраланғандан һуң, полк менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Ростов өлкәһендәге Обливская станцияһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була. Яҡташыбыҙ Ростов өлкәһенең Обливский районы Ҡыҙыл ауылында ерләнгән. Ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тиҙәр. Шуға халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеп, йәш быуынға еткерәйек, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙгә нигеҙ һалған данлыҡлы батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Краснокама районы.

ҺҮРӘТТӘ: Дивизия байрағы күсермәһе сәхнә түрен биләне.

Краснокама районы ҡурайсылары сығыш яһай.

Һуғыш осоро кәүҙәләндерелде.

Тантаналы байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне.

"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"
"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"
"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"
"Гел юғары тота белһен милләт батырҙары тотҡан байрағын!"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: