+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
11 Февраль 2022, 00:05

Акцияға ҡушылдыҡ

Йыл һайын февраль айында гимназиябыҙҙа хәрби - патриотик темаға арналған саралар ойошторола. Төрлө акциялар, һүрәттәр конкурсы, фильмдар ҡарау, спорт ярыштары уҙғарыла. Шулай уҡ  тел, халыҡ, ил тойғоһо төшөнсәләре хаҡында һөйләшәбеҙ.  Тыуған илебеҙ тарихына ла туҡталабыҙ. Был  ил улдары, ил ҡыҙҙары тәрбиәләүҙә мөһим урын алып тора. Сталинград алышы — Икенсе бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында Ҡыҙыл армия һәм Вермахт араһында иң мөһим генераль алыштарҙың береһе.

Акцияға ҡушылдыҡ
Акцияға ҡушылдыҡ

Гимназиябыҙҙа ойошторолған "Сталинградтың эҫе ҡары" акцияһына V "А" синыфы уҡыусылары ла ҡушылды. 200 көндән артыҡ дауам иткән – 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. 

Был акциянан уҡыусылар үҙҙәренә бик күп фәһемле мәғлүмәт   алды.

Альбина Ғайсина.

Ғафури районы,

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: гимназия сайтынан.

 

Акцияға ҡушылдыҡ
Акцияға ҡушылдыҡ
Акцияға ҡушылдыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: