+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
19 Апрель 2023, 15:20

«Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Иртәгә, 20 апрелдә, Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана. 

«Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана
«Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Ирекмәндәр көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем — Дим районындағы «Көньяҡ» баҙарында һәм Дағстан урамындағы «Магнит» гипермаркетында, киске сәғәт 5-тә Октябрь проспектындағы «Йүрүҙән» туҡталышында таҫмалар тарата башлай.

Георгий таҫмаһы — хәрби дан символы. Уны Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына ихтирам йөҙөнән кейемгә, йөрәк тәңгәленә тағалар. Өфөнөң Ирекмәндәр ассоциацияһы вәкилдәре был акцияла 2017 йылдан башлап ҡатнаша, ҡала халҡына ошо ваҡиғаның мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрә, Георгий таҫмаһын нисек тағып йөрөү ҡағиҙәләре тураһында һөйләй.

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru

Фото: republic.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: