+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәңгелек ут
19 Апрель 2023, 06:25

«Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл башҡа форматта үтә

«Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороусылар 9 майҙағы марштан баш тартты.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл башҡа форматта үтә«Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл башҡа форматта үтә
«Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл башҡа форматта үтә

-Хәүефһеҙлек маҡсатында быйыл «Үлемһеҙ полк» башҡа форматтарҙа уҙғарыла. Беҙ бөгөн һүҙ алып барған форматтарҙы һайлап, көн дауамында геройҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алырға тәҡдим итәбеҙ. 9 май — байрам, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған геройҙарҙың портреттары был көндөң төп үҙенсәлеге булып тора. Һәр кем «Үлемһеҙ полк»тың үҙенә уңайлы форматын һайлап, үҙ геройы тураһында һөйләргә мөмкин, — тип белдерҙе «Россия сегодня» медиатөркөмөнөң халыҡ-ара матбуғат конференцияһында «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы»ның үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева.

Шуларҙың береһе — автомобилселәр өсөн «Үлемһеҙ полк», тиелә «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең рәсми сайтындағы белдереүҙә.

Акцияла граждандар ғына түгел, ә тотош структуралар — йәмәғәт транспорты хеҙмәттәре, хоҡуҡ тәртибе өсөн яуаплы ведомстволар, такси, йөк ташыу, янғын һағы, ашығыс медицина ярҙамы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре һәм башҡалар ҡатнаша ала.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас