+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
24 Апрель 2023, 15:53

"Еңеү диктаны"н яҙайыҡ

"Берҙәм Рәсәй" партияһы 27 апрелдә бишенсе тапҡыр "Еңеү диктанты" акцияһын үткәрә. 

"Еңеү диктаны"н яҙайыҡ
"Еңеү диктаны"н яҙайыҡ

Унда ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында 25 һорауға яуап бирергә кәрәк буласаҡ. Иң беренсе дөрөҫ яуап яҙыусыларға Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк Еңеү парадына билет тапшырыла.

"Еңеү диктанты"н Рәсәйҙән тыш донъяның 45 илендә 22 мең майҙансыҡта яҙырға мөмкин буласаҡ.  https://диктантпобеды.рф сайтында  белемеңде тикшереп ҡарау өсөн тестар бирелгән, әҙерләнә торайыҡ. Һәр ҡатнашыусы - сертификат, ә тарихты яҡшы белеүселәр иһә диплом аласаҡ. 

Фото: диктантпобеды.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: