+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
25 Апрель 2023, 15:35

Өфөгә «Еңеү паровозы» килә

29 апрелдә Өфөгә «Еңеү паровозы» килә. 

Өфөгә «Еңеү паровозы» килә
Өфөгә «Еңеү паровозы» килә

 5 майға тиклем Куйбышев тимер юлында ойошторолған «Еңеү паровозы» ретро-составы магистралдең ете ҙур станцияһына — Өфө, Бөгөлмә, Яр Саллы, Ульянов-Үҙәк, Рузаевка, Пенза-1 һәм Һамарға бара. Байрам турының дөйөм оҙонлоғо — 2 мең 500 саҡрымға яҡын.

Иң алда — байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы. Ретро-составҡа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника менән платформалар , "Үлемһеҙ полк"тың пассажир вагондары тағыла.

Һәр ҡалала үҙенсәлекле хәрби экспонаттар менән фотоға төшөргә, 1945 йылғы осорҙо сағылдырған реконструкцияла, фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршы алыуҙа һәм байрам концертында ҡатнашырға мөмкин. Шулай уҡ ете тимер юл станцияһында, шул иҫәптән Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы уҙғарыла.

Башҡортостандың баш ҡалаһына «Еңеү паровозы» 29 апрелдә сәғәт 11-гә килеп етергә тейеш.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: