Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 18-е яу яланында батырҙарса ятып ҡала. 30-ына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, артабан ижад менән шөғөлләнергә насип була.
Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын байрам итеү айҡанлы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы “Атайымдың һалдат хаттары» тигән сара ойоштора. Унда фронтовик-яҙыусылар Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Ғәли Ибраһимов, Яҡуп Килмөхәмәтов, Яныбай Хамматов, Хәким Ғиләжевтең балалары һәм туғандары ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә лә була.
Осрашыу 4 майҙа “Йәшлек-Hause» йәштәр йортонда 11.00 сәғәттә башлана.
Фото: vk.com.