+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
5 Май 2023, 18:15

Өфөлә ветерандың йорто алдында парад уҙҙы

Баш ҡалабыҙҙың Амантай урамындағы ихаталарҙың береһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Динислам Нуриәхмәтов һәм тыл эшсәне Рәйсә Йосопова өсөн парад уҙҙы.

Өфөлә ветерандың йорто алдында парад уҙҙы
Өфөлә ветерандың йорто алдында парад уҙҙы

Ветерандың йорто эргәһенән тантаналы марш менән 41-се мәктәптең кадет класы уҡыусылары, шулай уҡ 160-сы лицей, 18-се мәктәп һәм 11-се Аксаков гимназияһының йәш армиясылары, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы колоннаһы, «Сфера» ижад үҙәгенең «Йәш сик һаҡсыһы» берләшмәһе үтте.

Ветерандар һәм йорт ихатаһында йыйылғандар өсөн байрам концерты булды.  Ул «Йәшлек» берләшмәһе һәм Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары көсө менән әҙерләнгән.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: