+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
6 Май 2023, 21:26

Ағастар - йәшел һәйкәлдәр

Бөгөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы үтте.

Ағастар - йәшел һәйкәлдәр
Ағастар - йәшел һәйкәлдәр

 Унда уҡыусылар – хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре һәм Шайморатовсылар ҙа ҡатнашҡан. Геройҙар аллеяһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алмаз Сафин иҫтәлегенә, шулай уҡ  әле хәрби  бурыстарын үтәүҙе дауам иткән Рәсәй Геройҙары Борис Дудко менән Степан Белов исеме яҙылған ағастар ултыртылған.  

Йыл һайын 9 май алдынан ойошторолған «Еңеү урманы» халыҡ-ара акцияһының маҡсаты иһә –  Бөйөк Ватан һуғышында  һәләк булғандар иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. «Патриот» паркында был акция буйынса ла ағастар ултыртылды – йәшел һәйкәлдәр ҡуйылды.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Ағастар - йәшел һәйкәлдәр
Ағастар - йәшел һәйкәлдәр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: