+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
6 Май 2023, 01:08

"Еңеү йондоҙо"

Илебеҙҙә Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ҡарата төрлө саралар уҙғарыла. Өфөләге Еңеү паркында ла "Еңеү йондоҙо" акцияһы буйынса тантана ойошторолдо.

Унда "Беренселәр хәрәкәте" Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары - уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев, "Беренселәр хәрәкәте"нең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ранис Хәсәнов, Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова сығыш яһаны. Эйе, илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр, һәр кемебеҙҙең олаталары - яу яланында, өләсәйҙәре тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн бар көсөн һалып көрәшкән. Уларҙы онотмаясаҡбыҙ, тыныслыҡ өсөн һәләк булған, ауыр яраланып ҡайтҡан яугирҙәр тураһында тарихты киләсәк быуынға ла еткерергә тейешбеҙ. 

Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. "Еңеү йондоҙо" акцияһына  ҡушылып, йондоҙ яһап теҙелделәр һәм "Еңеү йырҙары" Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса данлыҡлы "День Победы" йырын башҡарҙылар. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: