Йылдар үтеү менән был байрам тағы ла ҡәҙерлерәк була бара. 9 майға арналған төрлө сараларҙа ҡатнашып, балалар ҙа Еңеү көнөнөң иң ҙур, иң мөһим байрам икәнлегенә нығыраҡ төшөнә.
5 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янында ойошторолған тантанаға 61-се, 109-сы мәктәптәр, 62-се лицей, 82-се, 86-сы гимназиялар уҡыусылары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр килде. Йәш быуын вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын, ошо еңеү яҙын килтергән, беҙгә тыныс тормош, йәшәү бүләк иткән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫкә алды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағанда ҡушылып йырланылар. Ветерандарҙы иҫкә алып бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар яңғыраны. Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды.
Акцияның төп өлөшө еңеү символы – биш ҡанатлы йондоҙ булып теҙелеп, «Еңеү көнө» йырын башҡарыу ине. Был сараның бер тамсыһы булыу һәр кем күңелендә яу яланында баштарын һалған батырҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ һәм улар тураһында хәтерҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. «Еңеү йондоҙо» акцияһында ҡатнашҡандан һуң һәр бала үҙенең ғаилә архивын барлауға, тарихын өйрәнеүгә нығыраҡ иғтибар итер. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың берҙәм көс булып тупланып фашизмды еңеүе, бөгөнгө аяҙ күгебеҙ өсөн йәндәрен аямай көрәшкән олатайҙары тураһында киләсәктә үҙҙәренең балаларына ла һөйләрҙәр. Хәтер мәңгелек.
Автор фотолары һәм видеоһы.