Еңеү көнө. Дүрт кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙә күпме оло мәғәнә, күпме һағыш-борсолоуҙар, күпме шатлыҡ һәм бәхет, күпме әсе күҙ йәштәре, бар кешелек ғүмере, бөтә тормош асылы... Ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ. Ҡәҙерле олатайҙарыбыҙҙы, ҡартатайҙарыбыҙҙы етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, зәңгәр күгебеҙҙә һәр көн көләс ҡояш көлһөн, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, матур, тыныс тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Еңеү байрамы менән, ҡәҙерле балалар, ата-әсәләр, дуҫтар, туғандар!
Фото: Г.Темирова.
Гөлнара ТЕМИРОВА,
музыка етәксеһе.
Өфө районы,
Зубов ауылы балалар баҡсаһы.