+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
9 Май 2023, 15:10

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе Өфөләге Еңеү паркында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Башҡортостан Башлығы республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.

Радий Хәбиров шулай уҡ ике Тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Таһир Күсимовтың бюстарына, мемориаль комплекста республикала тыуып үҫкән геройҙарға арналған стелаға, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. 

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: