Бүздәк районында хәрби әҙерлек үтеп, ошо уҡ йылдың 1 майында һуғышҡа инәләр. Смоленск ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана, 4 ай госпиталдә дауаланырға тура килә уға. Һауыҡҡас, кире үҙ часына юллана.
Ҡарт олатайым 1944 йылда Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. 44 - 45 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә. 1945 йыл Германияның 12 ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көндәрен Берлинда ҡаршылай ул.
Ҡаһарман ҡарт олатайымды "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләйҙәр, 2 тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы бирәләр.
Һуғыштан һуң колхозда бригадир, иҫәпсе, звеновой булып та эшләй. Хаҡлы ялға сыҡһа ла буш ултырмай, ҡырҙағы игенселәргә ашарға йөрөтә. 1993 йыл Байым ауылында мәсет һалдырыуҙа һәм астырыуҙа күп көс һала ул. 1995 йылдың 30 сентябрендә мәрхүм була. Беҙ яугир ҡарт олатайым тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, батырлығын онотмайбыҙ.
Эвелина ӘЛМӨХӘМӘТОВА, .
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се балалар баҡсаһы.