+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
13 Май 2023, 10:40

Еңеү тураһында һөйләштек

Беҙ бөгөн Бөйөк Еңеүгә арналған синыф сәғәтенә музей­ға йыйылдыҡ.

Еңеү тураһында һөйләштек
Еңеү тураһында һөйләштек

Унда Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, легендар комдив Шайморатовтың яу юлы, батырлығы хаҡында әңгәмә ҡор­ҙоҡ. Шулай уҡ ошо данлыҡ­лы атлылар дивизияһында һу­ғышҡан ҡаһарман яҡташы­быҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин тураһында ла бик күп мәғлүмәт алдыҡ.
Музейға үҙебеҙҙең яугир туғандарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен дә алып килгәйнек, улар хаҡында ла һөйләнек.
Беҙ ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ. Тыныс тормош, зәңгәр күк өсөн улар­ға бурыслыбыҙ бит.

Фәнзилә АБДУЛЛИНА, III «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Еңеү тураһында һөйләштек
Еңеү тураһында һөйләштек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: