-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
14 Май 2023, 15:30

Әсәйем биш йәштә атайһыҙ ҡала

Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ҡартатайым Динислам Хәсән улы Үлйәбаевтың бер туған ике ағаһы, йәғни минең ола­тай­ҙарым Дауыт менән Сөләймән, яу яла­нында ятып ҡалған. Улар илебеҙҙе һаҡлап, йән-тәндәрен аямай дошмандарға ҡаршы көрәшә.

Әсәйем биш йәштә атайһыҙ ҡала
Әсәйем биш йәштә атайһыҙ ҡала

Ҡыҙ­ға­ныс­ҡа ҡаршы, ике олатайым яуҙа һә­ләк бу­ла. Ә ҡарт­атайым Динислам һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта, ләкин тыныс тормошта оҙаҡ йәшәй алмай. Аяуһыҙ һуғыш яраларынан ғүмере өҙөлә. Ул ваҡытта әсәйемә 5 йәш кенә була. Үҙенә бәләкәйҙән атайһыҙ тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға тура килә. Әммә бирешмәй.
Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле, тиҙәр. Быны мин яҡшы аңлайым. Һәр бала атайлы, әсәйле булып үҫһен ине. Был бит үҙе ҙур бәхет.
Ер йөҙөндә һуғыштар булмаһын, ғүмерҙәр өҙөлмәһен, әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен ине.

Ислам ҠАҺАРМАНОВ, VIII cиныф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәге.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: