+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
22 Июнь 2023, 15:32

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә меңләгән шәм тоҡандырылды

Уҙған төндә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә «Хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ» акцияһы уҙҙы.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә меңләгән шәм тоҡандырылды
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә меңләгән шәм тоҡандырылды

22 июнь — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткәндәрҙе иҫкә алыу көнө. 1941 йылдың 22 июнь таңында нацистик Германия, һуғыш иғлан итеп тә тормайынса, Советтар Союзына ябырыла. 1 мең 418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында СССР 27 миллионлаған кешеһен  юғалта.

22 июнгә ҡарай төндә Өфөнөң Совет майҙанындағы Шайморатов һәйкәле янында бер юлы 600 шәм ҡабыҙылды, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шишмә районында, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында тағы ла 1 мең 500 шәм тоҡандырылды.

Был төндә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында 300 шәмде теҙеп, «Хәтерләйбеҙ» һүҙен яҙҙылар.

Башҡортостан «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ла ҡушылды, унда ҡатнашыусылар 2009 йылдан башлап 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандыра.

«Башҡорт АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 710 меңдән ашыу һалдат киткән, уларҙың 300 меңгә яҡыны яу ҡырында ятып ҡалған. Һәр яугир, тылда Бөйөк Еңеү өсөн эшләгәндәрҙең һәр береһе иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандырҙыҡ. Башҡортостан яугирҙәре Ҡыҙыл Армия сафында Ҡара диңгеҙҙән Баренцевҡа тиклем бөтә фронттарҙа һуғышҡан. Меңәрләгән яугир Ленинград янында оборона һәм һөжүм алыштарында ҡатнашҡан, 1942 йылда Волгала, 1943 йылда Курск һәм Белгород янында алышҡан, Украинаны, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Беҙ йыйылған урын да осраҡлы һайланмаған. «Хеҙмәт ҡаманлығы ҡалаһы» стелаһы — тылда эшләгән яҡташтарыбыҙға һәйкәл, – тип һөйләне «Алға Патриот» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров.

Акция «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бер минутлыҡ тынлыҡ һәм «Торналар» йыры менән тамамланды.

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: