-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
9 Ноябрь 2023, 14:48

Һикһән бер йыл үткәс...

Мәҡсүт Шафиҡов Учалы районы Мәҫкәү ауылында 1909 йылда тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡыҙылармеец хаҡында 1942 йылдың 31 октябренән бирле хәбәр булмай. Иртәнге алтыла разведкаға китә һәм... 81 йыл буйы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй.

Ә быйыл август айында Новгород өлкәһенең “Демянск” эҙәрмәндәр отряды яҡташыбыҙҙың әйберҙәренә юлыға. Дедно үҙәнендә металл эҙләгес ярҙамында тәүҙә – компас, һуңынан эргәһендә ҡалаҡ, быйма, һөйәктәр һәм шәхси медальон табыла. Һуңғыһы айырыуса ҙур уңыш, ти эҙәрмәндәр. Ауырлыҡ менән булһа ла медальон эсендәге ҡағыҙҙағы яҙманы уҡый алалар. Унда адрес һәм ҡатын-ҡыҙ исеме яҙылған була. Бәғиҙә 133-сө атыусылар бригадаһы һалдаты Мәҡсүттең әсәһе булып сыға.

31 октябрь Өфөнөң Хәрби дан музейында яугир һөйәктәрен тантаналы рәүештә туғандарына тапшырҙылар. Икенсе көнө яугир Мәҫкәү ауылы зыяратында ерләнде. Туғандары Новгород өлкәһе эҙәрмәндәренә (айырыуса табышҡа юлыҡҡан Константин атлы егеткә), төбәгебеҙҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте етәксеһе Владимир Волковҡа, Учалы районы администрацияһына һәм уның башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа, Учалы ҡалаһы һәм районы военкоматы етәкселегенә, Наурыҙ ауыл хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәховаға һәм башҡаларға ҙур рәхмәтен еткерә.

Ғаиләһенә килгәндә, Мәҡсүт Шафиҡовтың ике тапҡыр өйләнгән булыуы билдәле. Тәүге ҡатыны хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һаҡланмаған, ә бына икенсеһе Әбйәлил тарафтарынан булырға тейеш. Бәлки, балалары булғандыр, ейән-ейәнсәрҙәре лә барҙыр? Белеүселәр бәйләнешкә сыҡһа ине!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: