+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
16 Ғинуар , 14:12

"Блокада икмәге" акцияһы үтәсәк

18-нән 27 ғинуарға тиклем Рәсәй  төбәктәрендә "Блокада икмәге" акцияһы үтәсәк. Ул 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арнала.  

"Блокада икмәге" акцияһы үтәсәк
"Блокада икмәге" акцияһы үтәсәк

Акцияның төп символы - 125 грамм ауырлығындағы икмәк телеме. Ленинград блокадаһы ваҡытында бер кешегә бирелгән өлөш булған ул. Был көнгә бағышланған сараларҙа ҡатнашыусыларға таратыласаҡ. 

Шулай уҡ уҡыусыларға ауыр һуғыш осорондағы ваҡиғалар тураһында һөйләйәсәктәр. Ленинград блокадаһын күҙ алдына килтерерлек күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Фото: www.culture

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: