-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
3 Февраль , 11:13

200 көн барған хәл иткес алыш

30-сы моделле балалар китапханаһында Сталинград алышына бағышланған сара үтте. Уға 75-се мәктәптең IX синыф уҡыусылары килде.

200 көн барған хәл иткес алыш
200 көн барған хәл иткес алыш

Осрашыуҙа ошо һуғыш таныштырыу, батырҙарҙы иҫкә алыу, Тыуған илгә мөхәббәт, патриотик хистәр тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйылды.

Алып барыусы был яуҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҡанлы һәм хәл иткес алыш булыуын, уның 200 тәүлек дауам итеүен һәм 1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәренең еңеүе менән тамамланыуын ентекләп һөйләне.

«Сталинград – һуғыштың утлы яңғырауығы» исемле күргәҙмә лә ойошторолғайны. Унда әҙәби һәм документаль әҫәрҙәр, журналдар ҡуйылды. Уҡыусылар слайдтар ярҙамында ауыр һуғыш йылдары Волга буйындағы ҡаланы емереклектәргә әйләндергәнен, әммә яугирҙарҙың рухын һындыра алмағанын белделәр.

Алып барыуҫы үҙенең сығышын ошондай һүҙҙәр менән тамамланы: «Бөгөн Сталинград (хәҙерге Волгоград) – хәрби дан ҡалаһы. Мамай ҡурғанындағы «Ватан-әсә саҡыра!» монументы – шул еңеүҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың хәтер һәйкәле. Беҙ, киләсәк быуын, был ҡаһарманлыҡты оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ».

Осрашыу аҙағында уҡыусылар һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

 

Зәйтүнә ХАЗИЕВА, Роза МАРКИНА.

Өфө ҡалаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас