+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп сәхнәһе өсөн
14 Декабрь 2018, 12:07

Хуш киләһең, Сусҡа йылы!

ҠАТНАШАЛАР: Ҡыш бабай Ҡарһылыу Сусҡалар – Нуф, Ниф, Наф БүреБалалар.

Зал уртаһында биҙәлгән шыршы. Ҡалпаҡ кейгән Нуф, Ниф, Наф йүгереп инә. Өсәүләшеп байрамға йыйылғандар алдында баш эйәләр.
Ниф, Нуф, Наф (шыршы тирәләй йөрөп, йырлап бейейҙәр).

С Новым годом, дорогие друзья!

С Новым годом всех мы поздравляем,

С новогодней песни начинаем.

Возле ёлки нашей новогодней

Хороводом спляшем мы сегодня.

Как сверкает наша ёлка ярко,

Дед Мороз нам сам принёс подарки.

Возле ёлки нашей новогодней

Хороводом спляшем мы сегодня.

Бөтәһе лә ҡул саба.

Нуф, Ниф, Наф. С Новым годом! С новым счастьем!

Балалар. Рәхмәт! Рәхмәт! Һеҙҙе лә байрам менән!

Нуф, Ниф, Наф. Говорите по-русски. Не понимаем.

Балалар. Ҡыш бабай! Уларҙы бында кем саҡырған? Урыҫ сус­ҡалары урыҫса ғына һөйләшә. Йыл буйына уларҙың телендә генә аралашырғамы?

Нуф, Ниф, Наф. Весело живём. Любим плясать. Маэстро! Пожалуйста, украинский народный танец – Гопак!

Балалар. Украинский танец?

Нуф, Ниф, Наф. Наша Родина – Украина.

Өсәүләшеп бейейҙәр. Балалар ҡул саба.

Ҡыш бабай. Йылбүләр олатай сусҡаларҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Уның фарманы. Бер ни ҙә эшләй алмайым.

Ҡарһылыу. А ну-ка гости, дорогие, расскажите, почему вы решили править новым годом? Нуф, Ниф, Наф. На Урале Волк – вожак. Он рассказал кабанам о чудесах, о красоте вашего края. А кабаны – деду Йылбуляр. Он дал согласие.

Балалар. Хотим Новый год справлять на родном языке.

Нуф, Ниф, Наф. Йылбуляр бабай говорил нам об этом. Башкортостан – многонациональная республика. Установил в шляпу многофункциональный интернет. Включим ваш язык. Говорим на вашем языке. Какой язык родной?

Балалар. Язык мамы – башкирский.

Нуф, Ниф, Наф эшләпә уртаһындағы төймәгә баҫа.

Нуф, Ниф, Наф. Яңы йыл менән, дуҫтар! Яңы шатлыҡтар, ҡыуаныстар менән!

Балалар. Урр-ра! Урр-ра! Урр-ра!

Нуф, Ниф, Наф. Беҙҙең йыл һеҙгә тик уңыштар ғына килтерһен!

Балалар. Хужа нисек, уңышы ла шулай инде.

Нуф, Ниф, Наф. Беҙҙең халыҡ егәрле. Ер эшен яратабыҙ. Томшоғобоҙ тиккә тәңкә түгел. Хоҙай бүләге. Тәңкәморон да, тиҙәр.

Балалар. Башҡортса йырлар­һығыҙ микән?

Нуф, Ниф, Наф. Әлбиттә. Урманда Винни Мамыҡ менән Тәңкәморон Яңы йылға йыр өйрәнәләр ине. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышманыҡ.

Ҡыш бабай.

«Һә» тигәнсе үтеп китер,

Ещё один год.

Ғүмер шулай тиҙ үтер,

Не заметишь вот.

Ҡунаҡҡа ошо байрамда

Приглашаем вас.

Приходите, приносите

Много күстәнәс.


Ҡушымта.

Ҡыш бабай менән бергә

Дед Мороз идёт.

Яңы йыл беҙгә килә,

Значит, Новый год.


Купим беҙ һеҙгә открытка,

Будем написать.

Байрам килгәс, бөтәһен дә

Надо поздравлять.

Бөтәбеҙгә беҙ желаем

Ҡоростай бәхет.

Алла бирһә, будем живы

Много-много лет.


Ҡушымта:

Ҡыш бабай менән бергә

Дед Мороз идёт.

Яңы йыл беҙгә килә,

Значит, Новый год.

Балалар. Рәхмәт! Ысынлап та, Шыршы байрамын бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ.

Нуф, Ниф, Наф. Беҙҙең йыр тыңлағыбыҙ килә.

Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, йырға конкурс иғлан итәбеҙ.

Балалар бер-бер артлы йырлай. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу бүләкләй.

Нуф, Ниф, Наф (бөтәһенә лә һоҡланып).

Айыу, Төлкө, Бүре, Ҡуян –

Тағы ла кем бар унда?!

Урмандың бөтә кейеге

Күсеп килгәндер бында?!

Ҡыш бабай. Бүре уҫал. Шулай ҙа хәҙерге заман бүреләрен йырт­ҡыс тип әйтеүе дөрөҫ булмаҫтыр. Улар халҡын да хөрмәт итәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙы Урал иленә күк Бүре алып килгән.

1-се бала. Олатайым, борон беҙҙең затты бүреләр тип йөрөткәндәр, ти.

2-се бала. Һаҡмар буйындағы олатайым да улар тоҡомонан.

Бүре олоғаны ишетелә. Бөтәһе лә ишек яғына ҡарап һағая. Ҡалпағына гирлянда ураған, ҡулына гитара тотҡан, яңы стилдә кейенгән ҡупшы Бүре инә.

Бүре. Һаумыһығыҙ! Яңы йыл менән! Яңы шатлыҡтар менән! Яңы уңыштар!

Балалар. Һеҙҙе лә, Бүре ағай?!

Бүре. Ағай, тиһегеҙ инде. Рәхмәт! Ҡотлайым! Йырлағанда дәррәү ритмда алҡышлағыҙ, аңланығыҙмы? (Гитарала уйнай. Йырлай.)

Һаҡалың да аҡ ҡына,

Мыйығың да аҡ ҡына,

Һай, Ҡыш бабай, битеңдә

Миңең дә бар саҡ ҡына.


Керпегең дә аҡ ҡына,

Ҡаштарың да аҡ ҡына,

Һай, Ҡыш бабай, һөйләгән

Һүҙҙәрең дә хаҡ ҡына.


Таяғың да аҡ ҡына,

Толобоң да аҡ ҡына,

Һай, Ҡыш бабай, йөрөгән

Юлдарың да пак ҡына!..

(А. Игебаев.)

Ҡыш бабай менән ҡултыҡлашып күңелле көйгә бейейҙәр. Ҡул сабалар.

Бүре. Кемдер сыйылдап йырланы?

Балалар. Нуф, Ниф, Наф.

Бүре. Был сусҡалар ни эшләй бында?

Балалар. Йылбүләр олатай Шыршы байрамына ебәргән. Бер күреүҙә генә Башҡорт­останды буйлап сыға алмаҫ­һығыҙ, тип бер йылға ҡалырға ҡушҡан.

Бүре. Әллә...

Ҡарһылыу. Әйҙә, юҡ менән булышмайыҡ. Йомаҡтар ҡойошайыҡ.

Бүре (бармағы менән үҙенә саҡыра). Моё место хотите занять! Не выйдет! На Урале я – хозяин!

Нуф, Ниф, Наф. Урал, Шүлгән, Салауат һәйкәле, Яҡтыкүлде, Ағиҙелде күргебеҙ килде.

Бүре. Беҙҙеңсә һөйләшәләрме? Үәт, әй!

Ҡыш бабай. Йылбүләр бабай сит өлкәләр, илдәр менән бәйләнеште яҡшыртырға өс илсене ебәргәнме, тип торам. Ғәжәп.

Ҡарһылыу.

Яңы йыл килгән илгә

Сусҡаларға атланып.

Балалар ҙа батшаны

Көттөләр бик шатланып.

Үпкәләмә инде, Бүре ағай! Бер йылға хужа булһындар. Туристарҙы йәлеп итерҙәр. Иң матур урындарҙы фильмға төшөрөп, реклама яһарҙар.

Ҡыш бабай. Инвесторҙар ҙур төҙөлөшкә килешеү төҙөрҙәр.

Нуф, Ниф, Наф. Була ул!

Бүре. Анһат ҡына батша булырға уйлайһығыҙмы? Балалар, йомаҡтар ҡойоғоҙ. Ҡайһыһы зирәк, шуныһына Йыл хужаһы тажын кейҙерербеҙ.

1-се бала. Үҙе үлеп ята, үҙе көлөп ята.

Бүре (ҡулдарын бер-береһенә һуға). Йомаҡ тиһәң дә йомаҡ! Әйҙә, баш ватығыҙ.

Нуф. Боҙ.

Ниф. Ҡар.

Наф. Көҙгө.

2-се бала. Ҡар.

Бүре. Ниф – бер мәрәй.

3-сө бала. Шыршы байрамын яратмаған ылыҫлы ағас.

Нуф. Шыршы.

Ниф. Ҡарағас.

Наф. Ҡарағай.

Бүре. Әлбиттә, ҡарағас! Тәтәй уйынсыҡтар, шау-гөр яратмайым, тип ылыҫын ҡоя. Ҡышын йоҡлай.

4-се бала. Ҡалын тунын кейә, яңы йылды башлай.

Нуф. Ҡыш бабай.

Ниф. Ғинуар.

Наф. Декабрь.

Бүре. Әлбиттә, ғинуар. Балалар, аңлатығыҙ, ниңә яуабы ғин­уар.

Балалар. Ғинуарҙа ергә ҡалын ҡар ята. Ул 2018 йылдан һуң 2019 йылды башлай.

Бүре гитараһын ала. Йырлай.

Мин матур, мин сибәр,

Мине күреп туймайҙар.

Ниңә мине зоопаркка

Маймыл итеп ҡуймайҙар.

Оп-па! (Шыршы тирәләй дәртле баҫып бейей.)

Ҡыш бабай. Мин ошолай итеп үҙгәртер инем. Уйна!

Мин матур, мин сибәр,

Минһеҙ килмәйҙәр йылдар.

Яуабы?

Нуф. Йәй.

Ниф. Шыршы.

Наф. Ҡыш.

Бүре. Шыршылыр, тип уйлайым. Шыршы байрамы була һәм бер йылға өлкәнәйәбеҙ. Шулаймы, балалар?

5-се бала. Бүре ағай, 2019 йыл­ға Ниф хужа булыр.

Ҡыш бабай. Батша тиклем батшаға бөтә ғаләм ҡарап тора. Ауырыраҡ йомаҡ ҡояйым.

Ишектән инә, түргә уҙа,

Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,

Тешһеҙ тешләй.

Бүре. Йә, йә, батшалар? Кемегеҙ тешһеҙ тешләшкәнде табыр, ә?

Нуф. Эт.

Наф. Әлбиттә, Бүре.

Ниф. Һалҡын.

Ҡыш бабай. Ниф зирәклеген күрһәтте. Фармандар сығара алыр. Уға ышанырға була.

Бүре. Бүре тешһеҙ тешләшә, тип тора бынауы! Һинән ниндәй хужа сыҡһын!

Ҡарһылыу. Әлбиттә, Бүре ағай. Йыл буйына төрлө һынау­ҙар үтергә кәрәк. Йомаҡ та ҡоя белмәгәне нисек батша бул­һын?!

Ҡыш бабай. Республикала ил башлығы менән илдең иҡтисадын, интеллектуал, потенциал көсөн, сәнғәтте, сәнәғәтте үҫтерергә кәрәк.

Бүре (Нифты ҡулынан тотоп алып килә. Таж кейҙерә. Муйынына «2019 йыл» тигән яҙыулы медальон таға. Ҡулын ҡыҫа). Хәйерле сәғәттә! Ҡотлайым! 2019 йыл уңышлы булһын! Келәттәр игенгә тулһын! Илдәр менән алыш-биреш уңышлы булһын! Илебеҙҙең иҡтисады нығынһын! Тыныслыҡ булһын!

Нуф, Наф уны ҡосаҡлап, ҡотлап ҡулдарын ҡыҫа.

Ҡыш бабай. Әйҙәгеҙ, яңы батшаға шиғырҙар һөйләгеҙ.

Балалар.

Пар аттарын еккән дә

Фырт елеп килә сусҡа.

Тулһын йылы уңышҡа,

Бәхет, бәрәкәт, ҡотҡа.

1-се бала.

Ҡарға сумып ҡыш килде,

Тирә-яҡ ап-аҡ булды.

Шау-гөр килеп бөтәбеҙ,

Яңы йылды көтәбеҙ.

2-се бала.

Байрам көнө етте, тип

Йүгереште кешеләр.

Ҡар бөртөктәре бейеп,

Күктән ергә төштөләр.

3-сө бала.

Шыршы янында

Теләк теләйем:

Имен булһын, тип

Тыуған илкәйем.

4-се бала.

Дуҫтарым матур,

Һәйбәт, аҡыллы!

Ҡыш бабай, тиҙәр,

Булһын һаҡаллы.

5-се бала.

Ҡыш бабай беҙгә

Бирә бүләктәр,

Уға ла минән

Изге теләктәр

Ниф.

Яңы йылдар ҡотло булһын,

Бәрәкәтле һәм имен.

Тыуыр йылдар үҙ шатлығы,

Бәхете менән килһен!

Бөтәһе.

Һаумы, һаумы, Яңы йыл!

Мөғжизәле был көндә

Теләктәр ҡабул булһын,

Ер шарында барыһы ла

Тик яҡшыға табынһын!

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Бүре, Ниф. Амин! Шулай бул­һын! Яңы йыл менән! Байрам менән!

Төрлө уйындар, күңел асыуҙар, бүләкләүҙәр дауам итә.


Зөһрә БӘШӘРОВА.

Әбйәлил районы,Теләш ауылы.

Читайте нас: