Биленә билбау таҡҡан, биҙәкле күҙелдерек, башына – ҡалпаҡ, аяғына семәрле итек кейгән Бесәй инә. Ҡулына планшет тотҡан. Уны туҡтауһыҙ баҫҡылай. Эстән генә үҙе нимәлер һөйләнә. Ул ҡулына гитара ала ла йырлай.
Ай-ли гөлкәйем, күбәләк кенәйем,
Матур минең илкәйем (шыршы тирәләй бейей).
Ҡарһылыу. Һин нимә, башҡорт диджейы, ҡунаҡтарҙы гитара менән ҡаршыламаҡсыһыңмы?
Ҡыш бабай. Сысҡан Ханға әйттем дә ул. Башҡорт иленең брендын күрһәтәбеҙ, тип.
Бесәй. Сысҡан? (Көлә). Сысҡан Хан буламы? Вәт, була икән Яңы йыл?
Ҡарһылыу. Борон-борондан мөсәлде Сысҡан башлаған. Ҡунаҡтарҙы Бесәй ҡаршылар. Тауышы үтә йомшаҡ, һүҙ оҫтаһы ла, тигән ине.
Бесәй. Тәк, тәк... Әллә ашайым да ҡуяйыммы шуны? Ситтән ҡунаҡтар саҡырып, йөрөй инде кеше ҡаңғыртып.
Ҡарһылыу (Бесәйҙең планшетын алып, WhatsАpp-ҡа инә. Экранда – Сысҡан). Хәйерле көн, Сысҡан Хан! Ҡасан килеп етәһең?
Сысҡан. Хәҙер. «Һеңлекәш» фильмында Йәмил менән Оксананы уйнаған балалар – Арыҫлан менән Мартаны ла саҡырҙым. Улар ҙа оҙаҡламай барып етер.
Ҡыш бабай. Фольклориада Яңы йылын башларға биш минут ҡалды.
Бесәй гитараһын ала ла йырлап-бейей.
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ
Ҡарһылыу. Уй, Аллаҡайым, ҡалайтабыҙ инде? (Смартфонын ала). Алло! Алло! Был ни тигән эш ул, ә?! Ҡунаҡтар килергә тора. Диджей нимә йырлай?! (Смартфон сипылдай, яуап бирмәй, башын тота).
Бесәй. Фонограмма әҙер. Ауыҙымды ҡыбырлатып, ҡабатлап ҡына торам да и всё!
А-а-а, бер көн оҙата килде лә,
А-а-а, әллә ҡайҙа юғалды...
Тышта тауыштар ишетелә, төрлө милләт балалары, башына таж кейгән Сысҡан Хан инә.
Мырау. Ҫенкью! Спасибо! Рәхмәт!
Ҡарһылыу сәксәк тота. Бесәй ҡурайҙа уйнай.
Ҡарһылыу, Бесәй Ханды етәкләп шыршы тирәләй йөрөтә.
Сысҡан Хан. Рәхмәт! Спасибо! Ҫенкью! Жаҡсы! Хөрмәтле ҡунаҡтарым – Арыҫлан менән Мартаға Фольклориаданы асырға рөхсәт итәм!
Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,
Табындаштар оло байрамда,
Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш
Изге һуғыш үткән майҙанда.
Һин тәм бирҙең минең икмәгемә,
Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға.
Ер йөҙөндә күпме халыҡ йәшәй, –
Туған иттең мине шуларға.
С Новым годом! Яңы йыл менән! Фольклориада йылын асыҡ тип иғлан итәм! (Башҡортостан Гимны яңғырай).
Төклө аяғығыҙ менән, ҡунаҡтар!
Ҡыш бабай. Балалар, ҡунаҡтар, бөгөн беҙҙә ҙур байрам – төрлө илдәрҙән ҡунаҡтар килгән. Яңы йыл менән!
Ҡурайсылар – ҡурайҙа, ҡумыҙсылар ҡумыҙҙа уйнай, башҡорт ҡыҙы бейей.
Бесәй. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе ҡунаҡтарға бирәйек.
Сысҡан Хан. Тәүҙә шиғырҙарыбыҙҙы һөйләмәйекме, диджей?
Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Башҡортостан – Тыуған илем,
Ҡурай көйөнә шыршы тирәләй башҡортса бейеү башҡарыла.
Бесәй. Һүҙ ҡунаҡтарға бирелә. Рәхим итегеҙ, сибәр Украина ҡыҙы.
Ой, чия це хатинка (хрестоматия для музыки, IV синыф, 118-се бит).
Ҡарһылыу. Туғандаш татар ҡыҙы, рәхим итегеҙ!
Татар ҡыҙы татарса бейей.
Грузин халыҡ бейеүе көйө «Лезгинка» яңғырай. Бөтәһе лә бейергә төшә.
Бесәй. Ҡаҙаҡ туғаным, әйҙә, һеҙгә сират.
Думбыра көйө яңғырай. Төрлө милләт балалары концерт номерҙары башҡара.
Ҡыш бабай. Ер йөҙөндәге балалар матур бейей, йырлай, сәсәндәр ҙә икән үҙҙәре. Афариндар! Дуҫ булайыҡ!
Бесәй (планшетын алып, WhatsApp-тағы Айыу олатайҙың СМС-ын уҡый). «Йомаҡ ҡойоу оҡшамаҫ, һәр милләттең көйөн яңғыратырһың, ҡайһы илдең көйө икәнен белһендәр».
Ҡарһылыу. Ярай, Айыу олатайҙың ҡушҡанын үтәйек. Диджей?
Бесәй. Фонограмма әҙер. (Төрлө көйҙәр яңғырай, илен атайҙар).
Япония, Греция, Молдавия, Пакистан, Үзбәкстан...
Ҡыш бабай. Төрлө милли кейемдәр күҙҙең яуын ала. Гүйә, сәскәләр гөлләмәһе кеүек.
Ҡарһылыу. Иҫ киткес! Һуңғы һүҙ йыл хужаһы Сысҡан Ханға бирелә.
Сысҡан Хан. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Минең йылым һеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен, дуҫтар. Байрамды күңелле итеп үткәрәйек, бергәләп күңел асайыҡ.
Унан күмәкләп шыршы тирәләй йырлап өйрөләләр.
(«Әйлән-бәйлән». Роберт Миңнуллин һүҙҙәре, Фоат Әбүбәкеров көйө.)
– Һеҙ ҙә беҙгә ҡушылығыҙ,
Әйлән-бәйлән, әйлән-бәйлән!
Беҙҙең менән, беҙҙең менән әйлән!
Йыр – ул ҡанат, йыр – ул байрам.
Беҙҙең менән, беҙҙең менән әйлән!
Йыр – ул ҡанат, йыр – ул байрам!
(Хрестоматия для музыки, IV синыф, 196-сы бит.)
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡунаҡтарҙы ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт биҙәүестәре менән бүләкләй.
Бесәй. Ил башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡунаҡтарҙы Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә саҡыра.
Бөтәһе бергә. Ур-р-ра! Яңы йыл менән! С Новым годом! З Новим роком!
Үзбәкстан, Тажикистан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә балалары. Хөрмәтле Башҡортостан балалары! Һеҙҙе буранайҙа мосолман илдәренә Яңы йылға – Наурузға саҡырабыҙ!
Башҡорт милли көйө яңғырай. Барыһы ла күмәкләп шыршы тирәләй бейей. Һәр төрлө уйындар, конкурстар дауам итә.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.