-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп сәхнәһе өсөн
13 Декабрь 2019, 12:53

Ваҡыт машинаһында әйләнеп

Ҡатнашалар: Ҡыш бабай Ҡарһылыу Мәскәй Шайтан Йәйһылыу Сысҡан Күбәләктәр Сәскәләр Ҡар бөртөктәре Балалар.

Зал байрамса биҙәлгән, уртала шыршы тора. Күңелле музыка уйнай.

Ҡыуанышып Мәскәй әбей менән Шайтан килеп инә.

Мәскәй. Шәп иттек бит әй!

Шайтан. Вәт, ҡыҙыҡ булды!

Мәскәй. Хәҙер Ҡыш бабай килһә... Ха-ха-ха.

Шайтан. Иреп бөтһә... Ха-ха-ха, көлөп хәлем бөттө... (Көләләр.)

Мәскәй. Ҡалай ҡояш ҡыҙҙырып ебәрҙе әле ул, эҫе була башланы.

Шайтан. Ҡара, ҡара, үләндәр күренә... Ана, күбәләктәр... (Төртөп күрһәтә.)

Мәскәй (шикләнеп кенә). Ҡара әле, ваҡыт машинаһын кирегә әйләндереп, дөрөҫ эшләнекме икән?

Шайтан. Һе, аптыраның, нишләп дөрөҫ эшләмәй, ти. Ҡыш етһә, Яңы йыл буламы? Була. (Бармаҡтарын бөкләп һанай.) Бөтә кешегә бүләктәр бирәләрме? Әлбиттә. Шыршы тирәләй бейешә башлайҙармы? Әтеү. Эйе, тиең.

Мәскәй. Эйе.

Шайтан. Ә беҙгә иғтибар бармы? Маҡтап-ҡотлап бүләкләйҙәрме һуң?

Мәскәй. Юҡ шул. Беҙҙән бөтәһе лә ҡурҡа, шикләнә. Хат­та илаған баланы ла: «Ана, Мәскәй килә», – тип ҡурҡыталар.

Шайтан. Шул, шул. (Аяғын тыпылдатып.) Етмәһен әйҙә Яңы йылдары! Ҡыуанышып, йырлашып, бейешеп йөрөмәһендәр.

Мәскәй. О, ҡалай эҫе ул, ана, Йәйһылыу уянды шикелле. (Күңелле музыка уйнай.) Ана, был яҡҡа ҡарай килә, әйҙә, ҡаса һалайыҡ.

Икенсе яҡтан йәшенеп сығып китәләр. Йәйһылыу күбәләктәр, сәскәләр эйәртеп килеп инә.

Йәйһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым. Оҙаҡ көттөгөҙмө? Мин һеҙгә ҡояштың нурҙарын, йылыһын алып килдем. Килегеҙ яҡыныраҡ, дуҫтарым, сәскәләрем, күбәләктәрем! (Ҡапыл туҡтап ҡала.) О, ҡалай күп йәнлектәр йыйылған бында... Ә был нимә ул? (Шыршыны күреп, аптырап ҡала.) Урманда үҫкән йәшел шыршыны күргәнем бар, ҡарағай­ҙы ла. Ә был ҡыҙыҡ ҡына, кейенеп алған һымаҡ. Һеҙҙең күргәнегеҙ бармы, сәскәләр?

Сәскәләр. Юҡ (баш сайҡай­ҙар).

Йәйһылыу. Ә һеҙ, күбәләктәр?

Күбәләктәр. Юҡ, юҡ (баш сайҡайҙар).

Йәйһылыу. Йә, ярай, уныһын аҙаҡ асыҡларбыҙ. (Янына йыйып ала.) Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап алайыҡ.

Йәй тураһында күңелле йыр башҡарыла, бейейҙәр. Бер аҙҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым, уңғандарым! Ох, эҫе бит... Хәлдән тайҙым. Мин килеүгә ҡайһылай матур итеп әҙерләнгәнһегеҙ. Ниндәй матур шыршы!

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, аҡыллыларым! Бигерәк һағындым мин һеҙҙе! Имен-аман тор­ҙоғоҙмо?

Костюм кейгән балалар. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай! Һаумы, һаумы, Яңы йыл!

Ҡыш бабай. Ғүмерҙә булмаған хәл... Ҡайһылай эҫе ул, ҡояш ҡыҙҙыра, хәлем дә бөттө, ултырғыс алып килегеҙ әле.

Ҡыш бабай ултыра.

Ҡарһылыу. Миңә лә ҡыйын. Хәҙер, хәҙер иҫтән яҙырмын һымаҡ.

Ҡарһылыуға ла ултырғыс алып киләләр. Йәйһылыу аптырап, ситтә баҫып тора.

Йәйһылыу. Һаумыһығыҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?

Балалар. Ҡыш бабай бит ул, Ҡыш бабай.

Йәйһылыу. Ҡыш бабай. Ҡыш... Ә ни эшләп хәҙер? Хәҙер минең сират бит, мин – Йәйһылыу.

Ҡыш бабай (аптырап ҡарап тора). Нисек инде улай? Бөтә ерҙә ҡыш, балалар Яңы йылды байрам итә, ә бында йәй. Ни хәл был?

Йәйһылыу. Мине лә ҡояш нурҙары иркәләп уятты. Тор­һам, йәм-йәшел, сәскәләр, күбәләктәр...

Ҡыш бабай. Тәк-тәк, бында ниндәйҙер хикмәт бар түгелме? Кемдең этлеге икән? Балалар, һеҙ шикле берәй нәмә күрмәнегеҙме?

Балалар. Күрҙек, күрҙек. Шайтан менән Мәскәй әбей ошонда урала ине.

Йүгереп, хәле бөтөп, Сысҡан килеп инә.

Сысҡан. Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу... балалар... тотоғоҙ йәһәтерәк... ана, тегендә... тиҙерәк кенә...

Ҡыш бабай. Туҡта, туҡта, Сысҡан, аңлатып һөйләсе, нимә булды?

Сысҡан. Ҡыш бабай, Мәскәй менән Шайтан байрамды боҙоу өсөн ваҡыт машинаһын кирегә борғандар. Шуға йәй етеп, Йәйһылыу уянған, ҡояш ҡыҙҙыра, үләндәр, сәскәләр, күбәләктәр күренде.

Ҡыш бабай. Ах, боҙоҡтар, йыл да берәй этлек эшләмәйенсә ҡуймайҙар. Ҡар бөртөктәрем, Ҡарһылыуым, барығыҙ әле, эҙләп алып килегеҙ шул яуыздарҙы...

Сысҡан. Мин уларҙың ҡайҙа икәнлеген беләм, әйҙәгеҙ, юл күрһәтәм.

Күңелле музыка. Ҡар бөртөктәре бейей. Дер-дер ҡалтыраған Шайтан менән Мәскәйҙе тотоп алып инәләр.

Шайтан (башын түбән эйеп). Ғәфү ит, Ҡыш бабай. Беҙ шулай көнсөлбөҙ шул.

Мәскәй. Кешеләр балаларын минең менән ҡурҡытҡанға йәнем көйгән ине.

Икеһе бергә. Ғәфү итегеҙ инде беҙҙе.

Ҡыш бабай. Ғәфү итәйекме?

Балалар. Байрам бит, ғәфү итәйек. Тик кире ҡыш етһен, ваҡыт машинаһын кирегә бор­һондар.

Шайтан. Хәҙер, хәҙер, саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Әйҙә, Мәскәй.

Икеһе бергә.

Һыуҙар аҡһын кирегә,

Ҡоштар китһен йылыға.

Кире беҙгә ҡыш килһен,

Ҡарҙар яуһын, ел иҫһен!

Икәүләшеп ҡапма-ҡаршы тороп, етәкләшеп өйрөләләр, музыка уйнай.

Ҡар бөртөктәре бейей.

Йәйһылыу (башын эйеп, өшөп кенә). Байрамды бик тә күргем килгәйне. Һыуыҡ, өшөйөм, миңә китергә ваҡыт инде...

Ҡыш бабай. Һин өшөмәһен өсөн бына йылы шәл бүләк итәм.

Балалар. Ҡал, ҡал, Йәйһылыу, байрамды күреп кит.

Йәйһылыу (иңенә шәлде һала). Ярай, дуҫтарым, ҙур рәхмәт!

Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, Яңы йыл тураһындағы йырҙарыбыҙҙы йырлап, бейешеп алайыҡ.

Шыршы тирәләй йырлап, бейейҙәр.

Ҡыш бабай. Бөгөнгө байрамды өҙмәй, миңә ярҙам иткәне өсөн Сысҡанды киләһе йылдың хужаһы итеп билдәләйем. Яҡыныраҡ кил, Сысҡан. Һинең йылың уңышлы, тыныс, имен булһын. Уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыш йылмайып торһон, ашлыҡ уңһын, кешеләр бөтәһе лә һау-сәләмәт һәм бәхетле булһын.

Сысҡан. Рәхмәт, Ҡыш бабай, ышанысыңды аҡлармын. Илдә именлек булһын өсөн бар көсөмдө һалып тырышырмын.

Ҡыш бабай. Һай, афарин! Әйҙәгеҙ, байрамды дауам итәйек.

Уҡыу алдынғыларын ҡотлау, йыр, шиғыр, бейеү, костюмдар конкурсы, төрлө уйындар менән байрам дауам итә.

Альбина САДИҠОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас: