Һыйыр бесән ашай. Балалар сыр-сыу килеп, шаярышып инә.
Балалар. Рәхәтләнеп уйнайбыҙ. Беҙ ҡурҡмайбыҙ һалҡындан.
Һыйыр. Бесән булһа алдымда, мин ҡурҡмайым бурандан!
Балалар. Килә һалҡын өс ҡышҡы ай – Аҡъюл, Буранай, Шаҡай!
Һыйыр. Бесән тәмле, хуш еҫле, һарай йылы, күңелле!
Балалар. Килер тағы яңы йыл, яңы уйын, яңы йыр!
Һыйыр. Күрәм, күңелле һеҙгә! Хәйерле юлдар һеҙгә!
Балалар шаулап үтеп китә.
Һыйыр. Эй, Декабрь, Декабрь, һин ниңә былай бойоҡ?
Декабрь. Төндән ҡурҡып йәшәйем. Көн ҡыҫҡара ла ҡыҫҡара, ә төн оҙоная...
Һыйыр. Был хәлде һин туҡтата алмайһың. Төн батшаһын Ҡояш ҡына еңә. Уны саҡыр!
Декабрь. Ҡояш? Ҡояш! Бик алыҫ бит ул, ишетмәй.
Һыйыр. Һин боронғо исемдәрҙе онотма. Элек һине Аҡъюлай, тигәндәр.
Декабрь. Беләм, мин – Аҡъюлай, ап-аҡ сана юлдары башлана.
Һыйыр. Исемеңә – есемең. Ҡояштың да боронғо исеме бар. Ул үҙенең боронғо исемен ишетә – Нар! Нар – туған, тигән һүҙ. Ҡояшҡа, Нар туған, тиергә кәрәк.
Һыйыр. Бер үҙең генә түгел, күмәк халыҡ йыйылышып, Ҡояшты саҡырығыҙ! Ҡояш байрамы — Нардуған үткәрегеҙ!
Декабрь. Рәхмәт кәңәшеңә, Һыйыр! Ҡояш саҡырайыҡ, ул беҙҙе ишетер ҙә кире боролор.
Декабрь. Нар, Нар, Нардуған!
Күмәк. Һимеҙ һарыҡ һуйырмын,
Декабрь. Нардуған ҡотло булһын,
Күмәк. Иген-бесәндәр уңһын,
Декабрь. Нар, Нар, Нардуған,
Күмәк. Нардуғанға мин барам,
Күмәк бейеү. Ҡояшҡа оҡшатып биҙәктәр яһала.
Декабрь. Ҡояшты саҡырҙыҡ, ул үҙенең Нардуған тигән боронғо исемен бик ярата, Ҡояш кире боролдо, Төн батшаһы еңелде, көндәр оҙоная! Нардуған байрамы бик күңелле. Ләкин һалҡындар башланһа, һин нишләрһең икән, һәүкәшкәйем, йәлләйем...
Һыйыр. Тапҡанһың йәлләр нәмә, башҡа ҡайғың булмаһа, минең өсөн ҡайғырма! Бесән етерлек булһа, һалҡынға бирешмәйем, тирем дә ҡалын: ҡышҡылыҡҡа ҡуйы йөн үҫә. Бына мөгөҙөм генә тырпайып тора, ул туңһа, һынып төшөүе лә бар. Шуға ҡыш көнө һөҙөшмәйем. Мөгөҙ кәрәк булыр ул...
Декабрь. Ярай, мин яңы ҡояш нурында уйнаҡлаған буран елдәрен ҡарап киләйем, улар бик шашып китмәһен.
Яңғыҙ торған Һыйыр эргәһенә Ғинуар инә.
Һыйыр. Хуш киләһең, Ғинуар, Яңы йылды башлаусы!
Ғинуар. Мине борондан кешеләр Буранай тип йөрөтә. Ай башында яңы Ҡояш бураны, ай уртаһында Айыу бураны, ай аҙағында Көнсығыш бураны – минекеләр. Минең буран аттарым иркенләп саба.
Һыйыр. Тик... бәлә! Ауырыу-сир ағыуын сәсә торған Аждаһа тап ошо мәлдә яу аса.
Ғинуар. Оноттоңмо ни, ә мин 40 көнлөк ҡышҡы селлә тунын кейеп алам. Селлә тунын ябынһам, ҡаты һыуыҡтар башлана ла, Аждаһа таратҡан ауырыу-сирҙәрҙән донъя таҙара!
Һыйыр. Ә һин тиҙ бул, кей туныңды. О, ниндәй шәп селлә туны! Ҡотло булһын!
Ғинуар (селлә тунын ябынып таҡмаҡлай).
Балалар сыр-сыу килеп, шаярышып инә. Грипп вирустарын хәтерләткән Аждаһа шәүләһен ҡыуалайҙар.
Күмәк. Беҙ һалҡындан ҡурҡмайбыҙ,
Ғинуар. Селлә килә — ҡырҡ көн,
Күмәк. Селлә килһен — сир китер,
Ҡар бәреш, сана-саңғы шыуыу хәрәкәттәре менән күмәк бейеү. Аждаһа шәүләһе юғала.
Ғинуар. Аждаһа ҡасты, һауалар сафланды. Селлә туны миңә оҙонораҡ — ун биш көнө Февралгә ҡалыр. Ҡышҡы селлә ҡырҡ көн – 5 ғинуарҙан 15 февралгә саҡлы иң ныҡ һалҡындар була, был – ҡышҡы селлә, был ваҡытта вирустар ҡотора алмаҫ. Ә кешеләр рәхәтләнеп саф һауала, һыуыҡта йөрөргә тырышыр.
Балалар. Рәхмәт һиңә, ҡышҡы селлә батшаһы, Буранай-Ғинуар!
Февраль Һыйырҙы ҡыуып инә.
Февраль. Һәш! Йылы һарайҙа ғына тораһың. Быҙауларға ла өлгөрәһең. Минән ҡурҡмайһың...
Һыйыр. Нишләп миңә бәйләнә ул? Ни хәл, Февраль, эштәр барамы?
Февраль. Минең боронғо исемем бар, мин – Шаҡай! Шаҡай, тип әйт миңә! Бөтә донъя шаҡылдап туңған, бөтә донъя минең ҡулда.
Һыйыр. Эйе, бигерәк һыуыҡһың... Беҙҙең быҙауҙарға бик ҡыйын... Һиңә селлә тунын сисергә ваҡыт. Беҙ һыуыҡтан арыныҡ, Ҡояш йылыһын һағындыҡ.
Февраль. Селлә тунын бер ҡасан да һалмайым, һалмаясаҡмын. Мин Һыуыҡ батшаһы булып ҡалам. У-у, һине лә туңдырам!
Һыйыр менән һөҙөш-көрәш башлана.
Һыйыр. Ай, ҡотҡарығыҙ! Һәләк булам!
Декабрь менән Ғинуар инә.
Декабрь. Туҡта, Шаҡай, самаңды бел!
Ғинуар. Селлә тунын сис, Февраль!
Һыйыр. Ебәр, мөгөҙөмдө харап итәһең.
Февраль. Мин — һыуыҡ батшаһы! Мин – Шаҡай.
Декабрь. Юҡ, һинең көнөң бөттө.
Декабрь. Иң ҡаты һыуыҡ көнөңдө мин алдым.
Ғинуар. Тағы бер көнөң миңә күсә. Үҙең ғәйепле.
Һыйыр. Рәхмәт, ҡотҡарҙығыҙ!
Февраль. Мин бит шундай көслө инем. Тағы саҡ ҡына тырышһам, һыйыр мөгөҙөн һындыра инем, Һыуыҡ батшаһы була инем. Эх, һеҙ!
Һыйыр. Ҡас! Ана, балалар килә! Улар Ҡояшты көтә! Бө-бө-бөттөң инде! Бө!
Күмәк. Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ.
Күмәк бейеү. Һыйыр менән өс ай ҙа ҡатнаша.