Ҡыш бабай, Ҡарһылыу күренә. Бүре быҙауҙы баҫтыра.
Ҡыш бабай. Ох, һин! Батшаны? Ярамай!
Бүре (ирендәрен ялай). Һа! Ошомо? Унан Яңы йылға шашлыҡ ҡурам.
Йомабай (илай). Ә-з-ә-ә-әй... Э-э-э-э...
Ҡыш бабай (таяғын туҡылдатып).
Һау булһаҡ, булыр байлыҡ,
Иң ҙур байлыҡ – ул һаулыҡ.
Хуш булып тор, Сысҡан йыл,
Сысҡан хан (шыршы тирәләй ҡыңғырауҙы ҡыңғыратып, Йомабайға килә).
Зыңғыр, зыңғыр, эй, зыңғыр...
Йомабай ҡапыл ғына Сысҡан хандың башынан тажын тартып ала.
Ауырыу таж! Ер шары ауырый!
Таж-таш онтала, селпәрәмә килә.
Йомабай (ҡыңғырауын шылтыратып, шыршыны урай). Ур-р-ра! Таж вирустан ҡотолдоҡ!
Ҡул сабалар. Сысҡан хан шым ғына сыға.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу (бергә).
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Бүре, Йомабай (ҡулдарын ауыҙға ҡуйып).
Йомабай ҡапыл туҡтай. Бармаҡтарын ҡарай, кеҫәләрен ҡапшай, муйынын һәрмәй, башын тотоп сайҡай.
Бүре. Ни булды, безәүкәй?
Йомабай. Йөҙөгөм? (Үҙе ҡулдарын йәйә, телефондан шылтырата). Әсәй, йөҙөгөм өйҙә күренмәйме? Көшәлегемде ҡара әле.
Бүре (башын тотоп сайҡай). Уай-уай-уай... Ҡолағыңда бер нәмә ялтырай... Эй! Танауыңда ине түгелме?
Йомабай. Эйе, эйе. Онотҡанмын.
Бүре. Әллә бөтөнләйгә юҡ инеме? Мөгөҙөң менән бутайһыңмы? (Мөгөҙҙәрен һәрмәй, ҡапыл быҙау уны баҫтыра башлай ҙа мөйөшкә ҡыҫтап һөҙөргә тотона). Вәт, әй! Ошоларға биреш инде!
Ҡыш бабай. Бәләкәстең мөгөҙҙәре сыға.
Бүре. Ә, шулаймы? Кил әле, бәләкәсем. (Быҙау янына килә, уныһы уға башын ҡуя, уны тырнай). Ииии, бәпес кенә бит әле. Киләһе йылға (ҡулдары менән күрһәтә) бынауындай йоп-йомро үгеҙ булыр, эйеме? (Йомабай дөрөҫләп, башын һелкә). Маладис! Гел минән башыңды тырнатып тор, яраймы. (Ҡулдары менән башына ҡуйып күрһәтә). Ө-ө-өлкән. Мышыныҡы кеүек мөгөҙ үҫер.
Йомабай (башын ҡуя). Һәнәк кеүек осло булһын! (Баҫтыра).
Бүре. Иҫемдә. Танауыңда күргәйнем.
Ҡуян йүгереп инә, ҡулдарын шыйыҡса менән эшкәртә, битлеген, бирсәткәләрен кейә. Йомабай бармағы менән төртөп күрһәтә лә шарҡылдап көлә башлай.
Йомабай. Әстә. Төлкө тиһәң, төлкө түгел. Ҡуян тиһәң, аяҡтары оҙон. Кем ул?
Ҡуян (илай). Урманда берәү ҙә күренмәй. Бөтәһе лә таж вирустан ҡурҡа. Терпе лә энәһен бирмәй. Яңы йылға костюм да тегә алманы-ы-ым...
Бүре (гитарала уйнап, йырлай).
Уха-ха-ха ла иха-ха... (Эсен тырнап көлә, Ҡуянды ҡолағынан тотмаҡсы).
Ҡарһылыу. Эйе шул. Бүре менән Ҡуян, Төлкө менән Әтәс, Эт менән Бесәй... Их, ҡасан бергә уйнарҙар икән. Ярамай шул! Таж вирус йоға. (Ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртә).
Йомабай. Йөҙөктө кейеп, теләктәр теләһәм, таж вирус юғалыр ине. Һы-ы-ы-ы-ы...
Бүре (телефонын ала). Бурһыҡҡа шылтыратам. Ул көсөк һымаҡ. Бар нәмәне өйөнә ташый. Унда юҡ нәмәнең үҙе юҡ. Алло!
Йомабай. Бурһыҡтыҡы кәрәкмәй!
Ҡарһылыу. Шылтыратма, зинһар! Сабып килер ҙә етер (шыршынан бәләкәс кенә тубырсыҡ алып, Йомабайға тәгәрәтә).
Йомабай. Улайһа, бейеп күрһәт.
Бүре шыршы тирәләй бейергә төшә, үҙе нимәлер тип ҡысҡыра, һыҙғыра. Ҡапыл шыршы төбөнән ниҙер ала, тубырсыҡты ташлай.
Бүре. Ур-ра! Йөҙөк миндә!
Бөтәһе. Ур-р-ра! Таж вирусты ҡоротабыҙ!
Ҡыш бабай. Хужаһына бирәйек.
Бүре (йөҙөккә шыбырлай). Эх, вирустар таждарын ташлаһын ине. (Ҡысҡырып). Эй, шиғыр ҙа тыңлап булманы.
Ҡуян. Шағир түгелмен. Мин ни – рэппер, беләһегеҙ. (Шыршы тирәләй һикереп йөрөп һамаҡлай).
Реклама. Таж вирустан күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ҡуянтубыҡ кимерегеҙ. А витамины күп.
Бүре. Йомаҡ та ҡоймайҙар.
Ҡарһылыу. Ватсапҡа яҙмағандармы икән? Яҙғандар. Әйҙәгеҙ, кем яуабын табыр?
2. Ялан буйлап сап ыжғыр,
6. Ике ағай йәнәш бара, бер-береһен уҙа бара.
Бүре. Эх, ҡайҙа дуҫтар! Һағындым. Йомабай, мә, йөҙөгөң. (Йөҙөктө быҙауға бирә).
Ҡыш бабай. Ҡайһы еренә ҡуйһын?
Бүре. Моронона таҡһа, үәт, хәтәр була!
Йомабай. Аңланым. Әйҙәгеҙ, теләктәр теләйек.
Бөтәһе бергә. Яңы йыл менән!
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.