Ҡатнашалар:
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Яңы йыл – Ҡуян
Бүре
Йыр яңғырай. Ҡыңғырау ҡыңғырай. Ҡуянды баҫтырып Бүре инә.
Айыу.
Тррр! Әйҙүк, үт, Ҡуян!
Атың дағалап ҡуям!
Ҡыш бабай.
Тәхетеңә мен, батша,
Теләк теләйек башта!
Ҡарһылыу.
Уңышлы килһен был йыл,
Ил тыныс булһын быйыл,
Дуҫлыҡ булһын атыбыҙ,
Ышаныслы атларбыҙ!
Балалар.
Ҡуян йылы уң булһын,
Күстәнәс тә мул булһын,
Бәхетле була бала,
Атайлы булһа ғына!
Ҡуян ҡулына уйын ҡоралы ала. Әйҙәгеҙ, бейешеп алайыҡ.
Иҙәнегеҙ түңәрәк
Аҫта микән мөгәрәп,
Ҡолап төшмәҫ микән, тим,
Айыу ағай бейеһә,
Алма кеүек тәгәрәп.
Бүре ағай төш әле,
Бармаҡтарың сирт әле,
Аяҡтарың ишә баҫып,
Берҙе дер һелкет әле!
Кәзә, Кәзә, мә, Кәзә,
Әрәмәгә бар, Кәзә,
Һауыр инем ултырып,
Туҫтағымды тултырып,
Йөрөр инем ҡотороп,
Тауҙан тауға һикереп,
Кәзә һөтөн һемереп,
Ҡарт-ҡорт итеп кикереп!
Ҡуян. Шәп бейейһең, Һонтор! Миңә ярҙамсы кәрәк... Әллә тим...
Бүре. Була! Йомаҡтар ҡойорға яратам.
Йыл да килә һаҡалтай,
Үҙе кәкре, үҙе бай!
Әллә, тимен, мутлаша,
Ҡартайыпмы һаташа,
Бүләк бирмәй маташа.
Кем ул?
Балалар яурындарын һелкетә.
Бала.
Көмөш һаҡаллы бабай,
Туны биҙәкле, ай-һай!
Һелтәй көмөш таяғын,
Йөкмәп йыл да бүләген,
Ул бит беҙҙең...
Ҡыш бабай!
Бүре. Урманда тап булырһың әле, берәү йомаҡ ҡоя белә икән!
Бала.
Буяуһыҙ, ҡәләмһеҙ
Берәү төшөрә һүрәт,
Тәҙрәләге биҙәкте
Кем матурлағанын әйт.
Бала.
Һалған йәшел күлдәген
Ҡышҡылыҡҡа ҡарағас,
Яңы йылға барам тип,
Сисенмәгән был ағас.
Ем-ем итә уйынсыҡ,
Хуш еҫ бөркә тубырсыҡ,
Шиғыр һөйләй Айһылыу,
Уянған хатта Айыу,
Тейен, Төлкө – кем алдан,
Бейейҙәр кем уҙарҙан,
Беҙ яратҡан тантана,
Белһәң, исемен ата.
Бүре башын тырнай.
Йомаҡ та йомаҡ... Ялҡытты. Әйҙәгеҙ, шыршыны уратып бейейек. Бейергә төшә. Гитара сиртә.
Мин матур, мин сибәр,
Мине күреп туймайҙар,
Ниңә мине зоопаркка
Маймыл итеп ҡуймайҙар?
Оппа! Асса!
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу.
Әйҙә, әйҙә, Бүре! Бөтәгеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Күңелле көйгә күмәкләшеп бейейҙәр.
Ҡарһылыу.
Йырлап та алмайыҡмы, дуҫтарым.
Бүре күккә ҡарап олой. Бөтәһе лә һағая. Туҡтаһа, ҡул сабалар.
Бүре. Урманда мине опера йырсыһы, тиҙәр.
Ҡарһылыу. Италияла опера йырсыларының ярышы була.
Бүре. Юҡ! Уралымдан ситкә китәһем юҡ!
Балалар шыршы тирәләй йырлай.
Балалар. Ҡасан шиғыр һөйләрбеҙ?
Бүре. Шиғыр-миғыр, тигән булып. Өф, яратмайым шул шиғырҙы. Ятларға кәрәк.
Ҡуян. Ярар, Бүресә булһын. Әйҙә, Ҡарһылыу, шыршы янында уйындар уйнайыҡ. Тоғом тулы бүләк.
Төрлө уйындар уйнайҙар.
Бүре. Арытты.
Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, кемдәр шиғыр һөйләй?
Ҡыш бабай ҡотлап беҙҙе,
Тәҙрәгә һүрәт ҡуйған:
Ынйы ҡар бөртөктәре,
Шыршының ботаҡтары.
Ҡыш бабай бүләге шәп -
Шыймалаҡ ҡына саңғы.
Текә тауҙан шыуам шәп,
Борҡолдай ҡарҙың саңы.
Тыҡ-тыҡ баҫып бейейҙәр
Айыу, Бүре, төлкөләр.
Уха-ха, - тип сәпәкәйләй,
Йомро башлы өкөләр.
Йәшел шыршының ылыҫы
Хуш еҫен бөркә генә,
Күстәнәсле йәмле ёлка
Минең илемдә генә.
Аҡ Ҡуян да бар бында,
Күк Бүре лә ҡалмаған.
Ҡуянды ашайым тип,
Бүре уны ҡамаған.
Бүре. Кееем? Йыл батшаһы икәнен оноттоңдамы? Ух-ти! (Бармаҡ янай.)
Ҡуян. Эммм... Донбасс,Луганск балалары Шыршы байрамы үткәрә микән...
Ҡыш бабай. Күпме өйҙәр емерелә.
Бүре. Балалар баҡсалары. Бәләкәстәр илайҙарҙыр.
Ҡарһылыу. Бәлки, күптәренең өйҙәре, ата-инәләре, кейемдәре лә юҡтыр.
Ҡуян. Әйҙәгеҙ, күмәкләп бүләктәр, күстәнәстәр ебәрәйек.
Бүре. Нисек?
Ҡыш бабай. Ылауҙарға һалып ебәрәйек.
Балалар. Ер шарында барлыҡ балалар ҙа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тәмлекәстәр алһын ине!!!
Бүре. Әйҙәгеҙ, шыршы уттарын яндырайыҡ, теләктәр теләйек.
Ҡапыл уттар емелдәй.
Бөтәһе:
Шыршы уттары ян, ян,
Һуғыш уттарын туҡтат,
Балалар булһын бәхетле,
Ата-инәле бала - тәхетле.
Шыршы тирәләй уйын-көлкө дауам итә.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.
Фото: flinttoys.ru