-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп сәхнәһе өсөн
3 Декабрь , 20:05

Аждаһа менән Йылан бер байрамға йыйылған!

Мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы

Аждаһа менән Йылан бер байрамға йыйылған!
Аждаһа менән Йылан бер байрамға йыйылған!

ҠАТНАШАЛАР:
Ташбаҡа
Йылан
Аждаһа
Һыуһар
Айыу
Һайыҫҡан
Башҡа йәнлектәр
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу


БЕРЕНСЕ КҮРЕНЕШ
Диңгеҙ буйында Ташбаҡа ҡояшта ҡыҙынып ята. Башындағы эшләпәһен бер кейә, бер сисә, елпеткес итеп елпетеп тә ала.
Ташбаҡа. Баш ҡайнай был эҫегә,
Әллә һыуым эсергә?
(Шешәләге һыуҙы йотоп ҡуя.)
Әллә диңгеҙ кисергә?
(Һыу кисеп, тегеләй-былай йөрөштөрә.)
Инде ҡалай итергә?
Шул ваҡыт тулҡындар араһынан Йылан йөҙөп килеп сыға.
Йылан. Һаумы, һаумы, Ташбаҡа!
Эҫе, тиһең? Баш ҡата?
Әйҙә, киттек байрамға,
Алыҫ, һыуыҡ яҡтарға!
Ташбаҡа. Һаумы, һаумы, Йылан дуҫ!
Тәҡдимең күңелгә хуш!
Эҫегә сыҙап булмай,
Бары диңгеҙ ҡотҡара.
Әйҙә, сыҡтыҡ сәфәргә –
Табайыҡсы бер сара.
Йылан. Мин юлланам алыҫҡа –
Башҡортостан еренә.
Унда хәҙер һалҡын ҡыш,
Ҡарлы һуҡмаҡ күренә.
Ташбаҡа. Башҡортостан, тиһеңме?
Күргәнем юҡ ул яҡты.
Йылан. Бына хәҙер барырһың,
Унда донъя киң, яҡты.
Халҡы ла бик ҡунаҡсыл,
Изгелек – иң төп асыл.
Ташбаҡа. Улайһа, әйҙә, киттек!
Йылан. Барыһы мине көтә: киләһе Йыл хужаһын!
Сығып китәләр.

ИКЕНСЕ КҮРЕНЕШ
Уртала – байрам шыршыһы. Уның тирәләй телефон тотоп, башҡа йәнлектәрҙе фотоға төшөрөп, Аждаһа йөрөп ята.
Аждаһа. Шыршы тирәләй баҫығыҙ,
Булһын байрам фотоһы.
Яңы йыл – матур байрам,
Әйҙә, күңелле булһын!
Башҡа йәнлектәр (бергә). Ура, ура, Яңы йыл!
Һау бул, тибеҙ, Аждаһа!
Аждаһа. Башымдағы тажымды
Тапшырырмын Йыланға (тажын сисеп, кире кейеп ҡуя).
Оҙаҡламай килер ул,
Йылмайып, бер көлөр ул.
Йәнлектәр һәм Аждаһа шыршы тирәләй әйләнә, бейейҙәр. Сығып китәләр.

ӨСӨНСӨ КҮРЕНЕШ
Йылан менән Ташбаҡа килеп инә.
Ташбаҡа. У-у-у, ҡалай һыуыҡ, әй!
Йылан. Был һыуыҡ ай – аҡъюлай.
Ташбаҡа. Аҡъюлайҙа ҡайһылай
Өшөтә был яҡтарҙа.
Йылан. Башҡортостан ҡаршылай
Беҙҙе шулай аҡ ҡарҙа.
Шул ваҡыт Һыуһар менән Айыу килеп сыға. Ҡулдарында – сәксәк, бал, май.
Һыуһар. Хуш килдеме, ҡунаҡтар!
Бына һеҙгә һый ҙа бар.
Айыу. Ауыҙ итегеҙ балдан,
Ауыҙ итегеҙ майҙан.
Һыуһар. Сәксәк ашап ҡарағыҙ,
Аптырап тик тормағыҙ!
Йылан. Һый-хөрмәтегеҙ татлы!
Ташбаҡа. Йөҙөгөҙ ҙә бик яҡты!
Йылан. Рәхмәт һеҙгә, Һыуһар дуҫ!
Рәхмәт һеҙгә, Айыу дуҫ!
Айыу. Һеҙҙе шыршы янында
Күптән инде көтәләр.
Һыуһар. Йыл хужаһы килә тип,
Йылмаялар, көләләр.
Күмәкләп сығып китәләр.

ДҮРТЕНСЕ КҮРЕНЕШ
Аждаһа һәм башҡа йәнлектәр шыршы тирәләй уйнай, бейей.
Аждаһа. Дуҫтар! Байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ!
Башҡа йәнлектәр (күмәкләп). Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡарһылыу! Ҡарһылыу!
«Эһе-һе-һей! Эһе-һе-һей! Мин киләм!
Тау-урман аша еләм!» – тигән тауыш ишетелә. Оҙаҡламай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инә.
Ҡыш бабай. Көттөгөҙмө, дуҫтарым?
Ҡаршы алығыҙ ихлас.
Ҡарһылыу. Һеҙҙе күргәс, беҙ ҙә шат,
Иркен йәйелә ҡолас.
Башҡа йәнлектәр (күмәкләп). Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!
Аждаһа. Байрамыбыҙ йәме – һеҙ,
Хәҙер килер Йылан да.
Күңел шатлыҡҡа тула
Йән дуҫтар йыйылғанда.
Шул саҡ Һыуһар, Айыу, Ташбаҡа, Йылан һөйләшә-һөйләшә килеп инә.
Айыу. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, Шыршы байрамы ошонда була.
Һыуһар. Ана, Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыу ҙа килгән.
Ташбаҡа. Ҡайһылай матур шыршы!
Уттары йым-йым итә.
Йылан. Бына ошо майҙанда
Иҫ киткес байрам үтә.
Шыршы янындағылар быларҙы күреп ҡалғас, шатланышып ҡаршы алалар. Барыһы ла ҡосаҡлашып күрешә, күңелле йыр яңғырай.
Ҡыш бабай. Аждаһа, һиңә сират «Йыл хужаһы» тигән тажды Йыланға тапшырырға.
Аждаһа. Тантаналы рәүештә киләһе йыл бурыстарын тапшырамын Йыланға!
Башындағы тажды тапшырам тиһә, унда таж юҡ. Аждаһа аптырап, тирә-яҡҡа әйләнеп ҡарай. Шыршыны уратып, йүгереп сыға.
Аждаһа. Тылсымлы таж юғалған,
Әйтегеҙсе, кем алған?
Башҡа йәнлектәр (күмәкләп).
Ҡағылманыҡсы тажға,
Кем икән уға мохтаж?
Бер-береһенә аптырашып ҡарайҙар.
Йылан (ҡайғырып һәм Ташбаҡаға һынаулы ҡарап).
Тылсымлы таж кеймәйсә
Нисек үтер Яңы йыл?
Ташбаҡа (үпкәләңкерәп).
Миндә түгелсе ғәйеп,
Ҡарама улай, тыйыл!
Барлыҡ йәнлектәр тажды эҙләп йүгерешә башлай. Уларға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа ҡушыла.

БИШЕНСЕ КҮРЕНЕШ
Мәрйен-ынйы таҡҡан Һайыҫҡан килеп инә. Ҡулына төйөнсөк тотҡан. Алан-йолан ҡарана ла төйөнсөктән ялтыр тажды сығара һәм башына кейә.
Һайыҫҡан. Эх, ҡайһылай матур таж!
Һай, килешә үҙемә!
Эләктереп алдым бит
Аждаһаның үҙенән!
Ҡыуанысынан бейей. Шул саҡ Һыуһар менән Айыу килеп инә.
Һыуһар. Нисек ҡулың етте икән
Тылсым-тажды алырға?
Айыу. Кире ҡайтар Аждаһаға,
Ул тапшырыр Йыланға.
Һайыҫҡан. Хаҡың юҡ, тип әйтмәгеҙсе,
Миңә лә оҡшай был таж.
Ошо тажға, белһәгеҙсе,
Күңелем шундай мохтаж!
Һыуһар. Күңелемде йыуатам тип,
Башҡаныҡын алмайҙар.
Айыу. Донъяң тулы ялтыр-йолтор,
Бул йәһәт, тажды ҡайтар!
Һыуһар менән Айыу Һайыҫҡанды баҫтыра башлай. Уныһы йүгергәндә тажын төшөрөп ҡалдыра. Тегеләр тажды эләктереп алып, сығып китәләр.

АЛТЫНСЫ КҮРЕНЕШ
Шыршы янында Аждаһа, Йылан, Ташбаҡа, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа йәнлектәр йыйылған.
Йылан. Алыҫтан килеп еттем
Йыл хужаһы булырға.
Ташбаҡа. Тейеш инек уңырға,
Тура килде туңырға!
Аждаһа. Табылманы тылсым-таж,
Әйтмәнеләр – кем мохтаж?
Ҡыш бабай. Ҡайғырмайыҡ юҡ-барға,
Ҡыуанайыҡ аҡ ҡарға!
Ҡарһылыу. Донъялар торһон имен,
Ергә тыныслыҡ килһен!
Башҡа йәнлектәр (күмәкләп).
Хуш килһен өр-яңы йыл!
Бары изгелектәр ҡыл!
Шул ваҡыт Һыуһар менән Айыу йүгереп килеп инә һәм Аждаһаға тажды тоттора.
Аждаһа. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтарым!
Тажды ихлас тапшырам.
Хуш килһен һинең йылың!
Һынатма, йәме, Йылан!
Аждаһа Йыланға «Йыл хужаһы» тажын кейҙерә. Барыһы ла ҡыуаныстарынан бейей һәм йырлай башлай.
Йылан. Һүҙ бирәм: бурысымды
Атҡарырмын теп-теүәл!
Дуҫлыҡ, татыулыҡ булһын
Арабыҙҙа иң әүәл.
Шул ваҡыт ғәйепле төҫ менән башын түбән эйеп, Һайыҫҡан килеп инә.
Һайыҫҡан. Ғәфү итегеҙ инде,
Тажды мин эләктерҙем.
Улай ярамағанын
Аңланым, хәҙер белдем.
Байрамды боҙа яҙҙым,
Тажды үҙемә алдым.
Башҡа улай итмәҫмен,
Дуҫты ситкә типмәҫмен.
Ҡыш бабай. Вәғәҙәме?
Һайыҫҡан. Вәғәҙә!
Барыһы бергә. Татыулыҡ, дуҫлыҡ кил­һен!
Тыныслыҡ, муллыҡ килһен!
Һаумы, һаумы, Яңы йыл!
Һиңә бына – яңы йыр!
Күмәкләп байрам тураһында йыр йырлайҙар. Уйын-көлкө, йыр-бейеү дауам итә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: