Ҡатнашалар:
Әфҡәт – 7 – 9 йәштә; оло бабай.
Мәүлимбирҙе – Әфҡәттең атаһы (һалдат, 35 – 40 йәштәр тирәһендә).
Әсәһе (35 – 40 йәштәр тирәһендә).
Әлфирә – Әфҡәттең һеңлеһе (5 йәштә).
Сара – бәпес, һуңынан йәш ярымлыҡ – ике йәшлек бала (ҙур ғына ҡурсаҡ ҡулланырға ла мөмкин).
Әхәт (8 – 10 йәштәрҙә).
Алтатай (Евдокия – сыуаш әбейе).
Уҡытыусы (45 – 50 йәштәр тирәһендә).
V синыф уҡыусылары.
Беренсе күренеш
Уҡытыусы. Уҡыусылар, быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға – 80 йыл. Дүрт йыл дауамында барған иреклек, азатлыҡ өсөн көрәштә бик күп яугир ата-бабаларыбыҙ башын һала. Тылдағы тормош та еңелдән булмай. Ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге бабайҙар, малайҙар һәм ҡыҙҙар колхоз, завод эштәрендә йөрөй. Уларҙы аслыҡ та алҡымынан ала. Уҡыусылар, был хаҡта ишеткәнегеҙ бармы?
1-се уҡыусы. Эйе, был хаҡта олатай-өләсәйҙәрҙән, әбей-бабайҙарҙан ишетеп беләбеҙ.
2-се уҡыусы. Әҙәби әҫәрҙәрҙән дә уҡыныҡ. Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», Әнүр Вәхитовтың «Өс бөртөк бойҙай» кеүек хикәйәләрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡтан йонсоған малайҙарҙың аяныслы яҙмышы һүрәтләнә.
Уҡытыусы. Афарин, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауырлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән Әфҡәт бабай ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, уның үҙен алҡыштар менән алға саҡырып сығарайыҡ.
Әфҡәт бабай. Хәйерле көн, балалар! Һүҙҙе нимәнән башлайым икән?
Уҡыусылар. Һуғыш башланған осорҙан башлағыҙ, бабай!
Әфҡәт бабай. Атайымды 1939 йылда, һуғыш башланғансы уҡ, хәрби хеҙмәткә алдылар. 1942 йылда бер тапҡыр яраланғас, тыуған төйәгенә һуңғы тапҡыр ҡайтып китте.
Икенсе күренеш
Август аҙаҡтары.
Әхәт. Әфҡәт, атайың ҡайтып килә! Әфҡәт! Эһе-һей!
Әфҡәт. Атайым! Ҡайҙа атайым?!
Әхәт. Ана-а-а, Еҙем йылғаһын кисеп сыҡты ла инде. Хәҙер ауылға кереп етер!
Әфҡәт. Атайым! Атайым ҡайтып килә! (Аслыҡтан хәлһеҙләнгән малай оҙон булып үҫкән үлән араһында эләгеп йығыла. Тора һалып, әҙерәк йүгерә лә тағы ла тәгәрәп китә).
Мәүлимбирҙе. Улым, улыҡайым!
Әфҡәт. Атай! (Малай атаһының ҡосағына ташлана. Атаһы күтәреп ала. Атай менән ул бер-береһенең ҡосағында оҙаҡ ҡына тын тора.)
Әфҡәт бабайҙың тауышы. Атайымдың ошо мәлдәге йөҙ-һыны, иң мөһиме, еҫе ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалды. Ҙурая төшкәс, уның одеколон һөрткәнлеген аңланым.
Аяғының яраһын бәйләп Мәүлимбирҙе ағай ултыра. Әфҡәт менән Әлфирә һеңлеһе янында урала.
Мәүлимбирҙе. Берәй аҙнанан ҡабаттан яуға юлланырға тура килер инде.
Әсәһе. Колхоз рәйесенең уңыш йыйыу ваҡыты үткәнсе һине алып ҡалырға уйы бар.
Мәүлимбирҙе. Йыллыҡ запасты ла һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Тылда ла еңел түгеллеген күрҙем инде. Киткән саҡта бурһыҡ балаһылай булған бәләкәстәрем, ана, нисек ҡаҡ һөйәккә ҡалған. (Балаларын ике яҡ ботона ултыртып ярата).
Ут һүнә.
Хушлашыу. Ҡойоп ямғыр яуа. Мәүлимбирҙе ағайҙы оҙатырға йыйыналар.
Мәүлимбирҙе. Әсәһе, балаларҙы тәрбиәләргә тырыш инде! (Берәм-берәм балаларын ярата.) Улым, һин – өйҙә берҙән-бер ир кеше. Әсәйеңде, һеңлеңде ҡара, йәме. Йәнә бер туғаның да тыуасаҡ!
Әсәһе. Иҫән-һау йөрөп ҡайт!
Әфҡәт. Атай, беҙ һине һағынып көтөрбөҙ!
Мәүлимбирҙе бер аҙым алға атлай һәм юлын ҡуян ҡыйып үтеп китә. Шул мәл яугир төшөнкөлөккә бирелә.
Мәүлимбирҙе. Их, ҡабат әйләнеп ҡайтып булмаҫ инде. Аллаһы Тәғәлә оҙонҡолаҡты юлыма сығарып, шуны аңлатты. Һөйөклө ҡатыным, ғәзиз балаларым, бәхил булығыҙ!
Әфҡәт. Нишләп? Нишләп улай тип әйтәһең, атай? (Асырғанып ҡысҡыра.)
Мәүлимбирҙе. Болан күрһәң – уңаһың, төлкө, ҡуян осраһа – туңаһың. Борондан һыналған һынамыш был. Бәхил булығыҙ, яҙмышыңды күрмәй гүргә кереп булмай инде.
Башын аҫҡа эйеп атлап сығып китә. Ғаиләһе ҡул болғап оҙатып ҡала һәм ут һүнә.
Әсәһенең эсе ҙурайған. Ул түрбашта нимәлер тегеп ултыра. Әфҡәт иҫке китап тотоп ижекләп уҡый. Һеңлеһе иҫке сепрәкте төрөп ҡурсаҡ итеп уйнай.
Әсәһе. Ҡыштың уртаһына ла еттек. Яғырға утын, ашарға ризыҡ бөттө. Нисек кенә яҙға аяҡ баҫырбыҙ икән? (Уфтана. Билен ыуып ҡуя.)
Әфҡәт. Әсәй, әллә хәйер һорап, ашарға эҙләп киләйемме икән?
Әсәһе. Ауылыбыҙҙа һәр өйҙөң хәлен биш бармағыбыҙ кеүек беләбеҙ. Үҙенең ауыҙынан өҙөп беҙҙе кем ҡараһын?
Әфҡәт. Ә мин күрше Юлыҡ, Ҡауарҙы ауылдарына барып киләм.
Әсәй. Балам, йәйәүле кеше өсөн йыраҡ бит. Етмәһә, асһың. Өҫтөңә кейергә лә йүнле кейем юҡ.
Әфҡәт. Үҙең, йән биргәнгә йүн бирә, тиһең бит, әсәй! Тәүәккәлләнем!
Әсәһе үҙенең бишмәтен бирә. Биленә иҫкерә башлаған мамыҡ шәлен бәйләй.
Әсәһе. Иҫән-һау йөрө, улым!
Ут һүнә.
Буран һыҙғырған тауыш ишетелә. Шығыр-шығыр итеп кемдер ҡарға баҫып атлай. Уфтана. Ут яна.
Әсәһе. Әфҡәт балаҡайым туңып ҡына үлгәндер инде (илай). Әллә эт-ҡошҡа юлыҡтымы? (Әлфирә ҡыҙы янына килә. Уны ҡосаҡлай.) Әллә Еҙемдә боҙ аҫтына киттеме икән? Сығып киткәненә өс көн уҙҙы бит!
Ишек шығырлағаны ишетелә. Боҙға ҡатҡан, иҫке яулыҡтан төйөнсөк тотҡан Әфҡәт килеп инә.
Әсәһе. Балаҡайым! (Ҡосаҡлап ала.)
Әфҡәт. Һеҙгә ошонда ашарға бар. (Үҙе урындыҡҡа ауа.)
Ут һүнә.
Шул уҡ өй. Әхәт менән Әфҡәт сыра ағасын ҡулланып, алыу, ҡушыу буйынса математика фәнен өйрәнә.
Әхәт. Их, һуғыш тамамланһа, атайым ҡайтыр ине. Туйғансы икмәк ашар инек.
Әфҡәт (күңелһеҙ генә). Минең атайымдың ҡара ҡағыҙы ҡыш уҡ килде инде. Әсәйем: «Әлдә һеҙ, балаларым-йыуаныстарым, бар!» – ти. Беләһеңме, бәләкәс Сара һеңлем йәл (урындыҡта ятҡан йәш ярым самаһындағы балаға ымлай). Ул бит атайымды бер тапҡыр ҙа күрмәне.
Әхәт. Мин ҙур үҫһәм, Гитлерҙы ошолай итеп атып үлтерер инем. (Ҡулы менән мылтыҡтан атҡан кеүек итеп ата башлай.) Та-та-та...
Әфҡәт. Се-е-еү! Һеңлемде уятаһың бит. Былай ҙа илап-мыжып ҡына тора. Әсәйем: «Тамағы ас булғанға көйһөҙ», – ти. Их, игенсе булһам, баҫыуҙар тултырып бойҙай сәсер инем! Туйғансы икмәк ашар инек. Асығып илаған бер бала ла булмаҫ ине!
Шул ваҡыт Сара илап ебәрә. Арыҡ ҡына ҡулдарын ағаһына һуҙа.
Әфҡәт. Бына туғаным да уянды! Хәҙер туҡтамай мыжыр инде!
Әхәт. Беләһеңме, мин, әлбиттә, һинең кеүек ныҡ асыҡмайым. Әммә күрше Яңы Тайыш ауылына барып, Алтатай әбейҙең тәмле сәйҙәрен эсеп ҡайтам. Бәлки, һиңә лә барырғалыр... Һеңлең менән...
Әфҡәт һеңлеһен ҡулына алып бәүелтеп, тынысландырып маташа. Уның шым ғына илағаны һиҙелә. Әхәт һеңлеһен йәлләй һәм башын аҫҡа эйә. Ут һүнә.
Өсөнсө күренеш
Йыйыштырылған сыуаш әбей менән бабайының йорто. Алтатай әбей Әфҡәт менән Сараны щи менән һыйлай. Әфҡәткә тәрилкәнең төбөнән генә һала. Ә Сараға тултырып бирә. Ҡулдары ҡалтыранып китә. Аш әҙерәк түгелә. Әммә әбей ҡабаттан өҫтәп һала. Үҙе бер юлы һөйләнә. (Сәхнәнең артҡы планында йәки бер яҡ ситендә тәбиғәт, һуҡмаҡҡа юл ҡалдырырға кәрәк.)
Алтатай әбей. Эй, улым, һеңлеләреңде ҡарап үҙең бик миктәп киттең. Әлфирә ҡайҙа?
Әфҡәт. Уны әсәйемдең бер туған һеңлеһе үҙҙәренә ваҡытлыса алып ҡайтты. (Әҙләп кенә, тәмләп кенә ҡаба.)
Алтатай әбей. Әсәйеңдең хәле нисек? Колхоз эшендә лә һирәк күрәм...
Әфҡәт. Йыш ауырый бит ул. Әле лә һалыу тейҙерҙе, шикелле. Өйҙә ятып ҡалды.
Алтатай әбей. Бахыр балаҡайҙар (күҙҙәрен һөртә).
Был ваҡытта Әфҡәт үҙенә һалынған әҙ генә ашты ашап бөтә лә, әбей тағы ла һалмаҫмы, тип алан-йолан ҡаранып ултыра. Ҡалағын ялап ала. Алтатай әбей быны күрмәмеш була. Ә бәләкәс Сара тәрилкәһенә һалынғанды яйлап ашап бөтөрә.
Алтатай әбей. Ярай, балалар, һау булығыҙ! Килеп йөрөгөҙ!
Оҙатып ҡала. Әфҡәт һеңлеһен күтәреп бер нисә аҙым атлай. Сара илай башлай. Улар бер түмәргә барып ултыра. Һеңлеһе эсен күрһәтә.
Әфҡәт. Туғаным, туғаным, һиңә нимә булды? (Өҙгәләнә, асырғана, һеңлеһенең эсен һыйпай. Уға нисек тә ярҙам итергә тырыша. Һеңлеһен күтәреп алып бер нисә аҙым алға атлай, тик уныһы тартыша ла йән бирә.)
Әфҡәт. Сара, Сара-а-а! Нимә булды һиңә? Туғаны-ы-ы-ым! (Һеңлеһен ергә йәйеп һала һәм үкһеп илап ебәрә.)
Ут һүнә.
Ҡабаттан Алтатай әбейҙең йорто. Ул йәнә Әфҡәткә аш һала. Был юлы малай үҙе генә.
Әфҡәт. Алтатай әбей, теге юлы һеҙҙән ҡайтып барғанда Сара һеңлем ҡулымда йән бирҙе бит. Нимә булғанын да аңламай ҡалдым. (Күҙҙәрен һөртөп ала, башын аҫҡа эйә.)
Алтатай әбей. Эй, балам. Шулай булырын алдан белә инем мин!
Әфҡәт. Нисек инде?! Алтатай әбей, нисек белә инең? (Асырғанып ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡала.)
Алтатай әбей. Шулай, улым. Һеңлеңдең тамағын туйҙырам тип, тиҙҙән үҙеңде лә аслыҡ йолоп алыр ине. Былай, исмаһам, икегеҙҙең берегеҙ иҫән ҡалһын, тинем. Шуға ла Сараға ашты күп итеп һалдым. Ас кеше ҡапыл күп итеп ашаһа, күбенә лә йән бирә лә ҡуя.
Әфҡәт. Алтатай әбей! (Әбейҙең ҡосағына илап ташлана.)
Алтатай әбей. Эй, балам! Һуғышты башлаған, һеҙҙең кеүек фәрештәләй бер гонаһһыҙ балаларҙы ошо көнгә ҡалдырған әҙәмдең башы ҡасан дөмөгөр икән!?!
Икәүләшеп ҡосаҡлашып илайҙар. Ут һүнә. Бер минут самаһы балаларҙың «Әсәй, икмәк ашағым килә!», «Атайым ҡасан ҡайта инде?», «Ҙурайғас, мин игенсе булам!» тигән тауыштары, илағандары ишетелеп тора.
Дүртенсе күренеш
Уҡытыусы. Шулай итеп, Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтуллиндың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үткән бала сағы аяныслы, ауыр була. Нисек кенә булмаһын, һәр ваҡыт ул белемгә ынтыла. Киләсәктә ауыл хужалығында эшләп халҡын икмәккә туйындырырға теләй һәм был хыялы тормошҡа аша.
1-се уҡыусы. Беҙ Әнүр Вахитовтың «Өс бөртөк бойҙай» хикәйәһендә лә Әфҡәт һәм Әхәт исемле малайҙар тураһында уҡыныҡ. Әфҡәт бабай, һеҙҙең турала яҙмағанмы автор?
Әфҡәт бабай. Минең турала, балалар. Был хаҡта үҙем дә яңы ғына белдем. Әнүр Вахитов – минең ауылдашым. Ә уның бер туған ҡустыһы, билдәле рәссам Рәшит Зәйнетдинов менән беҙ дуҫтар булдыҡ, бергә уҡыныҡ. Билдәле ғалим, яҙыусы тылдағы ауыр тормошто күреп йөрөнө, беҙгә белем бирҙе. Шул ваҡытта был әҫәр күңелендә яралған булғандыр.
2-се уҡыусы. Ысынлап та, һеҙ игенсе булып киттегеҙме?
Әфҡәт бабай. Эйе. Ғүмерем буйы Ғафури районында, һуңынан Ҡырмыҫҡалыла колхоз рәйесе булып эшләнем. Иген иктем, халҡыма хеҙмәт иттем.
3-сө уҡыусы. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында яугирҙар беҙҙең киләсәк, тыныслыҡ өсөн көрәшһә, балалар йәшәү өсөн йәнтәслимгә алышҡан булып сыға инде.
Әфҡәт бабай. Шулай, балалар. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек. Әлеге мул тормошобоҙға шөкөр итәйек. Тиҙерәк донъялар тынысланһын, тип теләйек!
Әфҡәт Ниғмәтуллин – реаль шәхес һәм был сценарийҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар уның тормошонан алынған. Әлеге ваҡытта ул Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында йәшәй.