+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп сәхнәләре өсөн
18 Декабрь 2024, 10:31

Ҡарһылыуҙы кем урлаған?

Ветеран-уҡытыусы Лилиә Миниязова Яңы йыл байрамына сценарий тәҡдим итә. 

Ҡарһылыуҙы кем урлаған?
Ҡарһылыуҙы кем урлаған?

ҠАТНАШАЛАР:
Ҡуян
Төлкө
Сысҡан
Аждаһа
1-се алып барыусы
2-се алып барыусы
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу

Уртаһында шыршы торған зал байрамса биҙәлгән.

1-се алып барыусы.
Һаумыһығыҙ, хәйерле көн!
Көн артынан көн килә.
Ап-аҡ ҡарҙарын уйнатып
Ергә Яңы йыл килә!
2-се алып барыусы.
Оҙаҡламаҫ байрам кисе
Бар балаларҙы йыйыр.
Шыршыбыҙ балҡыған залға
Бөтә ҡунаҡтар һыйыр.
Ҡуян.
Байрам, тиеп, гөр киләләр,
Бөтә йәнлектәр һөйләй.
Һайыҫҡан шыҡырлап китте,
Шатлыҡ эсенә һыймай.
Төлкө.
Мин дә ишеттем хәбәрҙе –
Йылан йылы етә, ти.
Ә Аждаһа асыуланып,
Ҡарһылыуҙы япҡан, ти.
Бына шуға ер өҫтөнә
Һаман да ҡар яумай, ти.
Ташһарайҙа йәшен түгеп,
Ҡар ҡыҙы гел илай, ти.

Ҡуян.
Ҡарһылыуһыҙ Яңы йылда
Байрам була, ти, микән ?
Ҡыш миҙгеле ямғыр яуа,
Ҡыш бабай белә микән?
Төлкө.
Шешҡолаҡ, һин ишетмәнең,
Ҡолаҡ оҙон да, аҡыл юҡ.
Аждаһа һынлы Аждаһаға
Ҡаршы барыр әмәл юҡ.
Ҡыш бабай ҙа ни эшләргә
Белмәй, кире ҡайтҡан, ти.
Торатауға килмәгән дә,
Байрам булмай, тигән, ти.
Ҡуян.
Былай булмай, Төлкөбикә,
Ниҙер эшләргә кәрәк.
Бар йәнлек, хайуандарға
Хәбәр итергә кәрәк.
Төлкө.
Дөрөҫ әйтәһең, Ҡуян,
Әйҙә, кил минең арттан.
Төлкөбикә Ҡуянды ташһарайға ябып ҡуя.
Ана шунда аҡыл туплап,
Ҡалтыранһын һыуыҡтан.
Ә мин хәҙер Ҡыш бабайҙы
Яҡшылап ҡаршы алам.
Уға ла урын етерлек,
Ташһарай тулы һалам.
Төлкө сыға, һаҡ ҡына Сысҡан инә.
Сысҡан.
Төлкөбикә бик хәйләкәр,
Юҡтан ғына шатланмаҫ.
Унан алда Ҡыш бабайға
Барын аңлатмай булмаҫ.
Тылсымлы таяғын тотоп Ҡыш бабай атлап килә, үҙе тирә-яғына ҡарана.
Ҡыш бабай.
Һаумы, Башҡортостан ере!
Һаумы, Торатау ғынам!
Бик һағынып ҡайтып киләм,
Һаумы, тыуған яҡ ҡынам!
Нимә булды? Ҡыш етте бит!
Һаман ҡар юҡ, ер туңған.
Ҡайҙа әле Ҡарһылыуым,
Ул ҡыҙым бит бик уңған.
Сысҡан.
Һаумы, хөрмәтле Ҡыш бабай!
Бүлдермәйсә тыңласы.
Хәбәрем әйтеп бөткәнсе
Бер үк мине тыймасы.
Беләһегеҙ, юлым гелән
Ер аҫтында, төптәрәк.
Үҙем бик күренмәһәм дә,
Ишетеүем бик кәрәк.
Аҙна элек Төлкөбикә
Оҙаҡ ҡына иланы:
«Минең генә йылым юҡ, ти,
Инде килә Йыланы.
Юҡ, нисек тә Йылан йылын
Төлкө йылы итәм мин!» –
Тип туҙынды, Ҡарһылыуҙың
Ҡайҙалығын беләм мин.
Ҡыш бабай.
Улай булғас, әйҙә йәһәт
Беҙ уны ҡотҡарайыҡ!
Ҡарһылыу менән икәүләп
Ергә ҡар яуҙырайыҡ.
Унан инде Төлкө менән
Яҡшылап һөйләшермен.
Ә башҡалар байрам көтһөн,
Бүләктәр өләшермен.
Ҡар бөртөктәре булып кейенгән ҡыҙҙар бейей. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Сысҡан, Ҡуян, хатта Төлкө лә килеп инә.
Ҡыш бабай.
Бына шатлыҡ – байрам етә,
Йыл менән йыл алмаша.
Әйт, Сысҡанҡай, Аждаһаға!
Көтә уны тамаша.
Сысҡан сыға.
Ҡарһылыу.
Бына хәҙер миңә шатлыҡ –
Аҡ тунлы аҡъюлайым.
Ҙур рәхмәт һеҙгә, дуҫтарым,
Ҡыш бабай-олатайым.
Кем мине урланы икән?
Йомшаҡ, оҙон ҡойроғо.
Ҡайҙалыр бикләп ҡуйҙы,
Хатта боҙҙан ҡоҙоғо.
Шул ваҡыт Аждаһа менән Сысҡан инә.
Аждаһа.
Оҙон, йөнтәҫ ҡойроҡло
Арабыҙҙа тик Төлкө.
Сысҡан дуҫ та һине күргән,
Таныған һине Өкө.
Төлкө уртала ҡала.
Ҡыш бабай.
Төлкө, һинең этлегеңде
Беренсе йыл белмәйбеҙ.
Мөсәл тәртибен боҙорға
Беҙ һиңә һис бирмәбеҙ.
Ғәфү үтен Ҡарһылыуҙан!
Аждаһаны ла аҡла!
Көрәш юлына баҫҡансы,
Үҙ башҡайыңды һаҡла.
Төлкө.
Уйлағайным, ҡар булмаһа,
Ҡыш бабай килмәҫ, тиеп.
Ҡарһылыуҙы ташһарайҙан
Берәү ҙә тапмаҫ, тиеп.
Шаярҙым, ғәфү итегеҙ,
Башҡа улай ҡыланмам.
Ҡыш бабай күстәнәсенән
Үҙем генә һыйланмам.
Ҡарһылыу.
Байрам бөгөн, ғәфү итәм,
Яңы йылға өлгөрҙөк.
Аждаһа тажын тапшыра
Йыланға – шуны көттөк!
Аждаһа «Яңы йыл» тип яҙылган тажды Йыланға кейҙерә.
1-се алып барыусы.
Йылан йылы балҡып килә!
Төклө аяғың менән!
Ҡотлайым, дуҫтар, туғандар!
Йыландың йылы менән!
2-се алып барыусы.
Йәшел ағас Йылан йылы,
Йылан тыныслыҡ һөйә!
Ҡурҡытмайыҡ, өркөтмәйек,
Йылан барыһын һиҙә.
1-се алып барыусы.
Йылан йылы – баллы йыл, ти,
Башҡорттоң һынамышы.
Булһын,әйҙә, баллы-татлы,
Бөтһөн һуғыш, алышы!
2-се алып барыусы.
Бары шатлыҡ алып килһен,
Килһен Ергә тыныслыҡ!
Иң кәрәге бөгөн беҙгә –
Илдәр-ара татыулыҡ!

 

Лилиә МИНИЯЗОВА, ветеран-уҡытыусы.
Ғафури районы, Яугилде ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: