-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ноябрь 2017, 15:50

Мораҡта – матбуғат байрамы

Бәләкәйҙән балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйек, гәзит-журналдарҙы яҙҙырайыҡ. Телебеҙ бар икән, халҡыбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә йәшәр. Милли матбуғат – күңелдәрҙе рухи яҡтан байытыусы ла, халҡыбыҙҙы берләштереп, бар итеүсе лә ул.

Күгәрсен ағинәйҙәре.
Күгәрсен ағинәйҙәре.
Мораҡ ауылында үткән «Әйтер һүҙем бар халҡыма» тип аталған милли матбуғат байрамында һүҙ ана шул көнүҙәк тел мәсьәләһе, гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡында барҙы. Унда «Мораҙым», «Йәншишмә», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Аҡбуҙат», «Аманат», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Ағи­ҙел» журналдары вәкилдәре телмәр тотто. Сәхнә түрен дәртле йыр-бейеүҙәр ҙә биҙәне.

Был сараға төрлө ауылдарҙан китапханасылар, уҡытыу­сылар, матбуғат тормошона битараф булмаған кешеләр килгәйне. Милли кейемдәр кейеп, күкрәксәләр тағып, Мәҡсүт, Волостновка ауыл советы ағинәйҙәре лә ситтә ҡалманы. Улар үҙҙәренең ҡул эштәре, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан торған матур күргәҙмә лә тәҡдим итте. Балалар ижады йортонда шөғөлләнеүсе уҡыусы­лар­ҙың бәйләгән уйынсыҡтары ла бик һоҡлан­ғыс ине!

Әлиә менән Лилиә бөтәһенә лә өлгөрә

Матбуғат байрамында гәзитебеҙ ойошторған «Мәктәбем ғорурлығы» конкурсы еңеүселәре – Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары Әлиә Моталлапова менән Лилиә Абдуллинаны ла ихлас ҡотланыҡ. Улар уҡыу­ҙа ғына түгел, спорт буйынса ла шәптәр икән. Әлиә, мәҫәлән, баскетбол, футбол, волейбол уйнау менән мауыға, район кимәлендә призлы урындар ҙа яулай. Ҡыҙ­ҙың бейеү, йырлау, яҙыу­ға ла әүәҫлеге барлығын белдек. Ижади эштәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Мәхмүт ҡыҙы Псәнчина тикшереп, файҙалы кә­ңәштәрен биреп тора. Синыфташы Лилиә лә тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра. Баскетбол ярыштарында ҡатнашмай ҡалмай. Инде район кимәлендә һынатмаҫҡа иҫәбе. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен бигерәк тә яратып өйрәнә.

– Интернатта бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Тормош-көнкүрешебеҙҙе лә үҙебеҙ ойошторабыҙ. Шул йәһәттән беҙҙә интернат советы эшләп килә. Таҙалыҡ, хеҙмәт, спорт комиссиялары, мәҙәниәт секторы бар. Уларҙың һәр береһенә куратор итеп бер тәрбиәсе беркетелгән. Был ҡыҙҙар спорт комиссияһының әүҙем ағзалары булып тора. Интернат советы ултырыштарын да ҡалдырмайҙар, – ти улар хаҡында тәрбиәселәре Гүзәл Зәйнәғәбдин ҡыҙы Кинйәбаева.

Әйткәндәй, ҡыҙҙар уҡыған белем усағында балаларҙа туған телгә һөйөү уятыу йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Шәжәрә байрамы нәҫел-нәсәбен барларға ярҙам итһә, йолаға әйләнгән «Гимназия һылыуҡайы», «Интернат һылыу­ҡайы», «Ҡыпсаҡ батыры» конкурстары милли үҙаңды үҫтерергә ярҙам итә. Милли көрәш, уҡ атыу буйынса ярыштар ҙа матур йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы, район баш­ҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова әйтеүенсә, йыл һайын «Урал батыр»­ҙы яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, төбәк, республика кимәлендә лә гел генә призлы урын алалар. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла һынатҡандары юҡ.

Бына шундай шәп ҡыҙ­ҙар менән дә таныштыҡ матбуғат байрамында.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа Күгәрсен районында күберәк булһын ине.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Күгәрсен районы.
Читайте нас: