+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Сентябрь 2018, 16:24

"Йәншишмә"һеҙ – донъя йәмһеҙ!

Һуңғы ваҡытта гәзит, журналдарға яҙылыу йылдан-йыл һүлпәнәйә барған кеүек. Быға баҫмаларҙың хаҡтары юғары, һәр өйҙә тиерлек интернет булыуы ла сәбәпселер инде. Ә уйлап ҡараһаң, бынан бер нисә йыл элек кенә гәзиттәр төп мәғлүмәт сығанағы булып тора ине. Уҡыусыларыбыҙҙан йыш ҡына: «Почта килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, гәзит битендә баҫылған һәр мәҡәләне ҡалдырмай уҡып сығабыҙ», – тигән хаттар алдыҡ. Хәҙер яңылыҡтарҙы телевизорҙан, интернеттан ғына беләләр. Шулай ҙа гәзит-журналдарҙы ҡулға тотоп уҡыуға етмәй инде ул.

Бүләктәр көтә.
Бүләктәр көтә.
Ә беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, уның йөкмәткеһен нисек тә ҡыҙыҡ­лыраҡ, уҡымлыраҡ итергә, һеҙ­ҙең бөтә теләктәрегеҙҙе күҙ уңында тоторға тырышабыҙ.
Әле 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу бара. Әйҙәгеҙ, ситтә тороп ҡалмайыҡ. Һәр синыф берәр генә дана «Йәншишмә»гә яҙылһа ла, балалар өсөн башҡортса сыҡҡан берҙән-бер гәзиттең тиражын арттырырға ярҙам итер инегеҙ.
«Йәншишмә»гә яҙылғандар араһында быйыл да матур-матур бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, тиҙерәк почта бүлексәләренә ашығығыҙ.

«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 44 тин. Индексы – П 2765.
Бер йылға яҙылыу хаҡы – 894 һум 29 тин. Индексы – П3371.

Читайте нас: