+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2019, 18:40

Әбделмәмбәттә – Матбуғат айлығы. Ә һеҙҙә яҙылыу нисек?

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә «Һәр ғаиләгә – бер балалар баҫмаһы» девизы аҫтында Матбуғат айлығы бара. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында шундай сара ойоштороуҙары маҡтауға лайыҡ! Ә һеҙҙә матбуғат баҫмаларын алдырыу нисек ойошторола?

«Бәйләнештә» селтәрендәге мәктәп төркөмө хәбәр итеүенсә, айлыҡ барышында мәктәп, синыф менән – «Йәншишмә» гәзитенә, «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар» журналдарына яҙылыусылар араһында ярыштар ойошторола, бүләктәр ҙә уйнатыла. Матбуғат айлығында гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында белем усағының ата-әсәләр комитеты ла йәлеп ителгән. Улар араһында «Иң әүҙем ата-әсәләр комитеты» конкурсы уҙғарыла. Был бәйге «Иң шәп комитет», «Иң тырыш комитет», «Иң уҡымышлы ғаилә», «Матбуғат яратыусы ғаилә» номинациялары буйынса баһаланасаҡ.
Читайте нас: