-2 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Июль 2020, 14:51
Гәзитле лә, бүләкле лә!
Бына, ниһайәт, көтөп алған гәзиткә яҙылыусылар араһында «Йәншишмә» ойошторған бүләк отоу уйыны үткәрелде. Һөйөнсө! «Яҙыл да бүләк от!» уйынының енеүселәре асыҡланды!
Кемдәр улар, тиһегеҙме? Иң беренсе бүләкте – зәйтүн емеше төшөрөлгән сәғәтте
Бөрйән районының Байназар ауылынан Рәсимә Баязитова отто.
Унан инде
Дүртөйлө ҡалаһынан Руфина Камалова
– бал, ҡайнатма һауыты,
Ейәнсура районының Саҙалы ауылынан Ғайса Юлдашбаев
– ланч-бокс һауыт йыйылмаһы,
Белорет районының Йөйәк ауылынан Нәсимә Сәйғәфәрова
– йога өсөн келәм,
Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан Гүзәлиә Йәнтүрина
– барбекю өсөн рәшәткә,
Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Флорид Алтынсурин
– көнбағыш сәскәһе төшөрөлгән сәғәт,
Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан Айгөл Ғәлләмова
– шашка, шахмат һәм нард уйындары йыйылмаһы,
Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Альбина Мулләхмәтова
– өй ишегенә ҡуйыла торған турник,
Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Камила Ҡасаева
– аҫылмалы сәй сервизы,
Баймаҡ ҡалаһынан Риана Вәлиева
– аккумуляторлы «Вихрь» дрель-шөрөп борғос,
Баймаҡ районының Аҡтау ауылынан Алтынай Таһирова
аҡ сәскә төшөрөлгән стена сәғәтен эләктерҙе. Әйткәндәй, Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы гәзитте ейәнсәре Алтынайға яҙҙырған. Бына бит нисек, өләсәйҙән бер юлы ике бүләк булды инде. Былтыр ҙа һуңғы бүләкте ҡәҙерлеһе ейәнсәренә яҙҙырған Диана отҡайны. Был бит мөғжизә! Ышанаһығыҙмы, юҡмы?
Барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ! Бүләкте редакцияға килеп алғанда үҙегеҙ менән паспорт йә тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ИНН, СНИЛС күсермәләрен килтерергә онотмағыҙ, йәме.
Бына шулай, дуҫтар, «Йәншишмә» үткәргән төрлө уйын, бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ! Бергә булдыҡ һәм бергә ҡалайыҡ!
Зөһрә ХӘКИМОВА,
хаттар бүлеге хәбәрсеһе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...