+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Октябрь 2020, 17:43

«Йәншишмә»һеҙ ҡалып ҡуймайыҡ!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, милләттәштәр! 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә.

Шуныһы яҡшы: «Йәншишмә»­гә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отошлораҡ та! Бер яҙылаһың да аҙаҡ йыл буйына мәшәҡәтләнмәйһең. Арзаныраҡ та килеп сыға.

Белеүегеҙсә, «Йәншишмә»гә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Иң уңайлыһы – «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.

Әгәр гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, уның ха­ҡы тағы ла арзаныраҡ: ни бары 318 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.

Балаларыбыҙҙы яратҡан гәзиттәренән мәхрүм итмәйек. Улар «Йәншишмә»не уҡып үҫһен ине.

Гәзиткә бер айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин, ярты йылға – 537 һум 36 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға – 1005 һум 74 тин. Индексы – П3371.

Читайте нас: