+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Ноябрь 2020, 16:25

Иғтибар! Эстафетаны кем дауам итер?

Әле 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Йәшерен-батырын түгел, коронавирус бәләһе подпискаға ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Белем усаҡтарында уҡыусылар менән ихлас осрашыуҙар сикләнде. Шулай ҙа бар мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышабыҙ.Быйыл Башҡорт теле йылы икәнлеген иҫәпкә алып, әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһын башларға булдыҡ.

Әле үҙем, йәғни Зөһрә Хәкимова, туған Аҡморон мәктәбемә "Йәншишмә" гәзитен яҙҙырып, артабан сылбырҙы тоғро дуҫыбыҙ Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатоваға тапшырам. Хәйерле сәғәттә! Әйҙәгеҙ, артабан кем дауам итер икән? Беҙ эстафетаның оҙаҡ дауам ителеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: