+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Ноябрь 2020, 14:10

“Йәншишмә” эстафетаһы – Илештә!

Гәзитебеҙ иғлан иткән “Йәншишмә” эстафетаһы дауам итә. Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы Камалова 2 дана “Йәншишмә” гәзитенә яҙылған. Ҡалай маладис! Бына шундай беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ!

Ул эстафетаны үҙенең күрше Илеш районына тапшыра. Ишҡар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Мөнәвир ҡыҙы Саҙретдинова ҡабул итте. Артабан кем булыр? Тиҙҙән белербеҙ!
Читайте нас: