+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Ноябрь 2020, 16:15

“Йәншишмә” эстафетаһы – Салауат ҡалаһында

Әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһы дауам итә.

Дүртөйлөнән ҡабул иткән эстафетаны элекке йәш хәбәрсебеҙ, Илеш районы Ишҡар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы Саҙретдинова гәзиткә яҙылып, яҡташтары Үрге Йәркәйҙәге 1- се һанлы гимназия һәм Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәп уҡытыусылары Лилиә Валерий ҡыҙы Фазлыева менән Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы Фәхруллинаға эстафета тапшыра. Тағы ла үҙенең студент саҡта бергә уҡыған Салауат ҡалаһындағы һабаҡташына шылтыратҡан. Бик хуп!
Улай ғына түгел мәктәбендәге уҡытыусыларға ла иғлан иткән. Шулай итеп ул эстафетаны Салауат ҡалаһындағы 18-се мәктәптең әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Сәйфулла ҡыҙы Шәмсетдиноваға тапшырҙы. Афариндар! Артабан кем булыр...

Читайте нас: